Йәш һәм таланты Гөлназ Асаеваның концерттары күрше республикала ҙур аншлаг менән үтә. Тамашасы ла көслө һәм сағыу тауышлы йырсының киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлай. Шулай ҙа уның яңы образына өйрәнеп китә алмай, социаль селтәрҙә мәж килеп сәхнә костюмдары өсөн тәнҡитләүҙәрен дауам итә.
Йырсы үҙе лә концерттарында кейеменә иғтибар йүнәлтеп "Оҡшаманыммы?" тип һорай һәм шаяртып: "Стилисым - Вилдан" тигән. Ни тиһәң дә сәхнә үҙенсәлекте ярата, Гөлназ Асаеваға әле 26 йәш кенә. Кәүҙәһенең һомғоллоғо ла уны төрлө костюмдарҙа сығыш яһарға рөхсәт итә, шулай булғас, әйҙә, күңеленә оҡшаған сәхнә кейемендә сығыш яһаһын, тип яҙыусылар күберәк.
Иң мөһиме: ата- әсәһенең юлын дауам итеп, уларҙан моң алған, бәләкәйҙән йырлаған Гөлназ Асаеваның башҡорт һәм татар эстрадаһында үҙ моңо, үҙ стиле, үҙ тамашасыһы булыуы мөһим.
Әйткәндәй, был юлы Гөлназ бер үҙе генә сығыш яһай, ире Видан ҡыҙы менән уға сәхнә артында көс һәм ҡеүәт өҫтәп тора.
Ә һеҙгә Гөлназ Асаеваның яңы образы оҡшаймы?
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"