Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2024, 10:00

Йолаларҙа тарих сағыла

"Бала саҡтан сәнғәтте яратып үҫтем, быға әсәйем Хәкимә Йәләлетдин ҡыҙының өлөшө ҙур булғандыр. Әсәйем йыр–моңға маһир, ҡул эштәрен оҫта ине. Уның теккән күлдәктәрен,камзул–кәзәкейҙәрен әле лә ауылымдың олораҡтары бик ҡәҙерләп иҫләп ала. Мине ҡурсаҡтай кейендереп үҫтерҙе, бала саҡтан шиғыр һөйләргә, йырларға яраттым. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамланым", -ти Миңзифа Ишемғолова.

Йолаларҙа тарих сағылаЙолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла

Хәйбулла районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре районда ғына түгел, республикала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөтә Рәсәй, төбәк-ара төрлө конкурстарҙа призлы урын яулап, район данын бар донъяға таныта.

Хәйбулла районы – элек-электән ҡурайсылар төйәге, сәсәндәр төбәге, улар халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, ғөрөф-ғәҙәттәрен теүәл һаҡлап, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен дауам итә. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары талмаһын өсөн район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге үҙе бер тотош мәҙәни “утрау”ҙы хәтерләтә. Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй, райондағы барлыҡ мәҙәни усаҡтар һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара, уларға бар яҡлап методик ярҙам күрһәтә. Шуларҙың береһе–халыҡ ижады буйынса методист Миңзифа Ишемғолова.

—Миңзифа Ибраһим ҡыҙы, һеҙ шулай уҡ Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, район ағинәйҙәр клубы етәксеһе, “Ҡош юлы” халыҡ фольклор һәм “Уҙамандар” ир–азаматтары вокал ансамблдәре етәксеһе, Сәсәндәр мәктәбе рәйесе булып та тораһығыҙ. Был тиклем “йөк”тө үҙ иңегеҙҙә күтәреүе ауыр түгелме?

—Юҡ! Беренсенән, мин үҙемдең эшемде шул тиклем яратам һәм унһыҙ йәшәй ҙә алмайым. Икенсенән, һәр эште бергәләшеп башҡарған коллегаларым–мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, сәсәндәр, ансамблдәремдең әүҙем ағзалары һәм бер һүҙ менән әйткәндә, тотош Хәйбулла районының талантлы халҡы бар. Ысынлап та һәр эште башлап ҡына ебәр, уны күтәреп алыусылар шундуҡ табыла. Үҙем дә мәҙәниәт өлкәһендә күптән инде ярайһы ҙур тәжрибә туплаған белгес булараҡ, райондың төрлө быуын халыҡ таланттары менән бергә эшләргә тура килде. Бөгөн ҡасандыр “Ҡош юлы”нда сығыш яһаған апай–ағайҙарҙың балалары ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре, хатта бүлә–бүләсәләре сәхнәлә сығыш яһай, төрлө ансамблдәргә йөрөй. Бына ҡайҙа ул быуындар бәйләнешенең матур өлгөһө, күсәгилешлектең асыҡ миҫалы.

—Әйткәндәй, һеҙ етәкләгән “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле – Хәйбулланың йөҙөк ҡашы. Районда бер мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй тиһәк тә була. 35 йылдан ашыу данлы тарихи булған ансамбль тураһында яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине.

—Районда тәүге көндәрҙән үк киң билдәлелек яулаған “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле 1985 йылда төҙөлә. Уның барлыҡҡа килеүендә йырсы, сәсәниә, һәүәҫкәр фольклорсы һәм этнограф Әсмә Усманованың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы байтаҡ йылдар ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе була. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, онотола барған йыр-моңон йәш быуынға еткереү, уны тергеҙеү һәм тыуған төбәккә генә хас өлгөләрен халыҡҡа ҡайтанан күрһәтеү, милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу – ансамблдең төп маҡсаттарының береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: “Ҡош юлы” ағзалары бөгөнгә тиклем был традицияға тоғро. Йылдар дауамында ансамблдең репертуарында йола фольклоры өлгөләре, йырҙар, ҡобайырҙар, бәйеттәр, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, йырлап йәки таҡмаҡ әйтеп бейеү күренештәре төп урынды ала, шуға күрә бында шөғөлләнгәндәрҙең барыһы ла йырлай, рәхәтләнеп бейей, гармунда оҫта уйнай. Бөгөн ансамблдә 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә, шуларҙың яртыһы төп төркөмдө тәшкил итә. Башҡа ансамблдәрҙән айырмалы рәүештә, “Ҡош юлы”нда гармунсы, баянсы һәм ҡумыҙсыларҙың булыуы һәр сараға үҙенсә­лекле биҙәк, йәм өҫтәй. Гармунсыларҙың сығышын, улар өҙҙөрөп уйнаған көйҙәргә йыр-бейеүҙәрҙе һәр урында тамашасылар көтөп ала, үҙҙәре лә ошо дәртле моңдарға ихлас бейеп китә. Ғәлимйән Ултыраҡов иһә оҙаҡ йылдар ансамблдең гармунсыһы булып сығыш яһай.

Йыл һайын район, ҡала, республика, төбәк-ара мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Мәҫәлән, 2010 йылдан алып “Шәл”, “Ҡорама” республика фестивалдәрендә Гран-при, дипломант булһаҡ, 2011 йылда “Тере шишмәләр” республика фестивалендә һәм “Ашҡаҙар таңдары”нда өсөнсө урынға лайыҡ булды. Һуңғы йылдарҙа “Бауырһаҡ”, “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалдәрендә, “Мөнәжәт”, “Таҡмаҡ” бәйгеләрендә һәр саҡ Гран-при яуланыҡ. Екатеринбург өлкәһендә, Мәскәү ҡалаһында үткән һабантуй байрамдарында райондың тормош-көнкүреш әйберҙәрен, аш-һыуын, милли йолаларын бүтән милләт халҡына күрһәтеүҙә һәм танытыуҙа ансамбль коллективының роле ҙур.

Районда үткән ҙур сараларҙа “Ҡош юлы” – фольклор майҙансығын, күргәҙмә залдарын ойоштороусы, төрлө конкурстарҙы башлап ебәреүсе, күмәк тамашаларҙы биҙәүсе лә. Репертуарҙарында башҡорт халыҡ фольклоры, шул иҫәптән Хәйбулла төбәгенә хас йолалар ҙур урын алып тора. Урындағы фольклорҙы йәш быуынға еткереү, ғаилә һәм милли традицияларҙы дауам итеү, быуындар бәйләнешен булдырыу, онотола барған шөғөлдәрҙе тергеҙеү, төрлө йолаларҙы сәхнәләштереү – бөгөн уларҙың төп маҡсаттарының береһе.

—Һеҙ үҙегеҙ ҙә бар яҡлап талантлы кеше: халыҡ йолаларын яҡшы беләһегеҙ, уларҙы пропагандалауҙа ҙур өлөш индерәһегеҙ, һүҙгә маһир, сәсән телле, йор һүҙле ағинәй ҙә, сценарийҙар яҙыусы, кисәләрҙе алып барыусы, мөнәжәттәр әйткән, йыраусы һәм йырсы ла. Һуңғы ваҡытта туй йолаларын йәш быуынға еткереүҙә, ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү, килен һөйөү,һыу башлауҙы үҙегеҙ күрһәтеп сығыш яһайһығыҙ.

—Хәҙерге термин менән әйткәндә айыҡ туйҙарға тамада итеп тә саҡыралар. Ағинәйҙәр менән йәш киленде ҡәйнә йортона оҙатыуҙан алып килен төшөрөүгә тиклем халҡыбыҙҙың бар йолаларына таянып, теүәл үтәргә тырышабыҙ. Хәҙер бит туйҙар бер көнлөк, күпселек туй мәжлестәрендә бер ниндәй ҙә йола башҡарылмай, шулай итеп аҡрынлап йолаларыбыҙ юҡҡа сыға. Ә минең төп маҡсатым – йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, сөнки уларҙа халҡыбыҙҙың тарихы сағыла, уларҙы йәш быуынға еткереү, күрһәтеү тора. Мәҫәлән, килен һөйөүҙө генә алып ҡалайыҡ. Унда бит ҡәйнәнең килененә булған теләктәре, уй–ниәттәре әйтеп бирелә, апһындарының, ҡайынһеңле-ҡайынбикәләренең төртмә һүҙҙәре аша уйынлы–ысынлы әйткән теләктәре лә сағыла. Киленгә һыу юлын күрһәтеүҙә генә лә йолаларыбыҙҙы үтәмәү, уларҙы заманлаштырып ебәреүҙән ,ана, хәҙер күптәре нисек кенә ҡыланып кейенеп йөрөмәй!

—Ағинәйҙәр ойошмаһына килгәндә...

—Ис киткес шәп эшләйҙәр. Бөгөн һәр ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһына тик “афарин” тиергә генә ҡала. Улар башҡармаған бер ниндәй ҙә эш ҡалмағандыр ул.Ауылда үткән төрлө саралар булһынмы, экологик өмәләр, махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә ярҙам туплау-быҡтырылған иттән алып ҡаҙыһына тиклем әҙерләп, һалмаһын йәйеп, ҡоротон киптереп ебәреүселәр ҙә улар. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, ейән–ейәнсәрҙәренә гәзит–журналдар уҡып, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, әкиәттәр һөйләп, ундағы геройҙар аша кескәй саҡтан уларҙың күңелдәренә илһөйәрлек сифаттары һалған, халҡыбыҙың йолаларын балалар баҡсаларына барып сәхнәләштергәндәр ҙә, милли кейемдәр тегеп, төрлө биҙәүестәр эшләүселәр ҙә тап улар. Ағинәйҙәр хәрәкәте районда бик әүҙем эшләй, һәр ойошманың үҙенә генә хас брендлы саралары, шөғөл–кәсептәре бар. Уларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәтлемен.

—Миңзифа Ибраһим ҡыҙы, үҙегеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

—Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылы ҡыҙымын. Ғәлиәхмәт егетенә кейәүгә сыҡтым, әле Садовый ауылында йәшәйбеҙ. Ирем Ринат менән баһадирҙай өс улға ғүмер бирҙек, әле сәскәләй өс киленебеҙ бар. Дүрт ейәнсәргә, бер ейәнгә бәхетле ҡартәсәй һәм ҡартатайбыҙ, тормошобоҙҙо йәмләп Тимур исемле бүләбеҙ үҫә.

Бала саҡтан сәнғәтте яратып үҫтем, быға әсәйем Хәкимә Йәләлетдин ҡыҙының өлөшө ҙур булғандыр. Әсәйем йыр–моңға маһир, ҡул эштәрен оҫта ине. Уның теккән күлдәктәрен,камзул–кәзәкейҙәрен әле лә ауылымдың олораҡтары бик ҡәҙерләп иҫләп ала. Мине ҡурсаҡтай кейендереп үҫтерҙе, бала саҡтан шиғыр һөйләргә, йырларға яраттым. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамланым.

Эшем менән дә, ғаиләм  менән дә бәхетлемен. Мине һәр саҡ аңлаған һәм терәк булған иремә, эшемде баһалаған һәм рәхәтләнеп йөҙөп эшләргә мөмкинлектәр тыуҙырған мәҙәниәт бүлегенә, район хакимиәтенә ҙур рәхмәтлемен.

—Артабан да уңыштар һәм балҡыштар теләйбеҙ! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Автор фотолары

Йолаларҙа тарих сағыла
Йолаларҙа тарих сағыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас