Йәштәр араһында бөгөн баҫма журналистикаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар аҙ. Быны аңлап, “Аҡбуҙат” балалар республика журналы редакцияһы коллективы мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн медиамәктәп ойошторорға ҡарар итте.
Журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина фекеренсә, ысын профессионалдарҙы китаптар һәм журналдар уҡыуға һөйөү тәрбиәләп, бала саҡтан үҫтерергә кәрәк.
Һүҙ – ул бөйөк көс. 28 октябрҙән 1 нобргә тиклем Өфөлә “Мин –йәш шәһитсе” тигән башҡорт журналистикаһының медиамәктәбе эшләй. Проект Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Төрлө райондарҙан килгән балалар биш көн дауамында башҡорт телендә мәҡәләләр, әкиәттәр яҙырға, фотоға төшөрөргә, видео монтажларға өйрәнә. 30 бала өсөн бик тығыҙ программа ҡаралған. Улар төрлө мәҙәни объекттарҙа буласаҡ.
Ни өсөн шәһитсе тип атала? Шәһит Хоҙайбирҙин – ул журналист, дәүләт эшмәкәре. Уҡыусылар Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында ла буласаҡ. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков йәш шәһитселәрҙең танытмаларына мисәт тә ҡуйған.
Фото: Рита Хәсәнова.