Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынды тыуып үҫкән Йәмил Баймырҙиндың (псевдонимы- Ябай Малай) кәләш алыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Әле Балаҡатай ҡыҙы Гөлнур менән үҙенең йырлы сәләмдәрен еткерә. Ысынлап та, йәштәр матур йырлай! Башҡорт эстрадаһында тағы ла бер парлы йырлаған йырсыларҙың исемлеген дауам итерҙәр әле.
Афарин, Баймырҙиндар!
Әйткәндәй, Йәмил Баймырҙин ни өсөн Ябай малай псевдонимын алыуын түбәндәгесә аңлатҡан:
"Беренсеһе: ул исемем һәм фамилиямдың ҡушылмаһы – Я. (Ямиль) + Бай. (Баймырҙин)
Икенсеһе: мин ябай ауыл малайы, бөтә кешеләрҙе лә нисек бар, шулай яратам, ихлас, алсаҡмын һәм ошо сифаттар һәр саҡ кешеләр күңеленә юл яра ала икәненә төшөнгәнмен. Ябайлыҡта – бөйөклөк, тигән әйтем йәшәй халҡыбыҙҙа, ул юҡтан ғына бар булмаған бит инде.
Өсөнсөһө: «Я+ бай» – тимәк, мин һәр йәһәттән дә - күңел байлығы, хистәр байлығы, рухи байлыҡ кеүек ҡиммәттәргә бай.
Видеонан скриншот.