Камила Солтангәрәева Өфөлә донъяға килә. Ун ғына йәшендә Санкт-Петербург ҡалаһына – А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһына уҡырға китә. Һуңғараҡ Мәскәү дәүләт хореография академияһына күсә.
Йәш артистка быйыл Академияны ҡыҙыл диплом менән тамамланы һәм Ҙур театрға эшкә алынды.
– Бала килеш ғаиләмдән ситкә сығып киткәс, миңә һәр ваҡыт туған мөхит етмәне, яйлап башҡортса ла насар һөйләшә башланым. Ҡурай моңон яратып тыңлауым һәм унда уйнарға теләүем шул һағыныу тойғоһонан киләлер, тип уйлайым, – тине Камила Солтангәрәева “Башҡортостан” гәзитенә. – Туған телемде лә ныҡлап өйрәнергә теләйем, шуның өсөн Башҡортостандан уҡырға килгән йәштәрҙең осрашыуына йөрөргә тырышам.
Әле Камилаға 18 йәш. Ул абруйлы конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған, шул иҫәптән “Рус балеты” Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар конкурсында гран-приға эйә булған.
Фото һәм видео: Камила Солтангәрәеваның шәхси архивынан.