“Шүлгәнташ” музей комплексы 2022 йылда Бөрйән районында барлыҡҡа килгәйне. Ике йыл эсендә ул илдең фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм ижади эҙләнеүҙәр урынына әүерелде. Мәҫәлән, быйыл йәй илдең танылған рәссам-эмальерҙары Бөрйән районына ижади тәжрибә симпозиумына йыйылды. Әлеге күргәҙмә – ошо сараның матур һөҙөмтәһе.
“Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов әйтеүенсә, музей комплексында ил күләмендәге симпозиумды уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
– Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ярҙамы менән юғары сифатлы мейес алдыҡ һәм ҡеүәтле лаборатория астыҡ. Белгестәребеҙгә тәжрибәләр үткәреү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Әлеге мейестә ҡыҙҙырыу юлы менән урындағы ятҡылыҡтарҙан охраның 16 төрө асыҡланды. Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәт төшөрөп ҡалдырған рәссамдар иһә тәбиғи минерал буяуҙың утыҙҙан ашыу төҫөн сығара алған. Ошо мейес симпозиумды үткәреүгә этәргес бирҙе лә инде, – ти Фәүзил Әлфир улы.
Симпозиумда Санкт-Петербург ҡалаһынан Әнүәр Баһауетдинов һәм Анастасия Александрова, Чечен Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Элита Дадакаева, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Дон эмаленә нигеҙ һалыусы Георгий Лиховидтың уҡыусылары Вероника Соколова һәм Анна Сохач, Башҡортостан рәссамдары Гөлназ менән Инсаф Иҡсановтар, Азамат Ғиләжетдинов ҡатнашҡан.
Күргәҙмәгә 25 эш ҡуйылған, уларҙың 24-е симпозиум барышында ижад ителгән. Рәссам-эмальерҙар йыйынын ойоштороусыларҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Салауат Ғиләжетдинов билдәләүенсә, был эштәр бик ҡиммәт баһалана. Шулай ҙа уларҙың төп ҡиммәте – йөкмәткеһендә, йәғни Башҡортостан тәбиғәтенә, башҡорт халыҡ риүәйәттәренә һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә бәйле булыуында. Атмалары ла шул хаҡта һөйләй: “Шүлгән”, “Башҡорт риүәйәттәре”, “Петроглифтар”, “Аҡбуҙат”, “Тирмәнтау”, “Аҡ ҡая”, “Башҡорт ҡыҙы”, “Күк күл”, “Ете ҡыҙ” һәм башҡалар.
Ҡайнар эмаль техникаһында башҡарылған 25-се эште музейға Сыуаш Республикаһының халыҡ рәссамы Виталий Петров бүләк иткән.
“Шүлгәнташ” музей комплексындағы үҙенсәлекле күргәҙмә 2025 йылдың февраленә тиклем эшләй. Артабан бай коллекция Өфөлә уҙасаҡ күргәҙмәлләргә юлланасаҡ.
Фото: “Шүлгәнташ” музей комплексының матбуғат хеҙмәте.