Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Октябрь 2024, 05:00

Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы

Кисә ҙур ижад байрамына әүерелде

Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланыБөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы

Бөрйән район мәҙәниәт һарайында шағирә, драматург, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы уңайынан “Мин Бөрйәндән булған өсөн генә шиғыр яҙа алам, яҡташтар” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте. Бик күп ҡәләмдәштәрен, яҡташташтарын йыйҙы  был йәнле осрашыу.

Бөрйән ере – күркәм тәбиғәте менән генә түгел, һәләтле кешеләре менән дә үҙенсәлекле төбәк. Шуға ла Тәнзилә Дәүләтбирҙина һымаҡ республикабыҙҙың сағыу шәхестәренең береһенең тап ошо ерлектән булыуы ғәжәп тә түгел.

  Бөрйән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева үҙенең сығышында байтаҡ китаптар авторы Тәнзилә Сәлих ҡыҙы менән ғорурланыуы әйтте.

– Бөгөнгө сара Бөрйән өсөн ҙур байрам. Үҙебеҙҙең Бөрйән ерендә тыуып-үҫеп, шунда белем алып, билдәле шәхес булған Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилей кисәһен уҙғарыу беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй кимәлендә билдәле булған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен рус теленән тәржемә итеп, балаларға үҙебеҙҙең телдә ошо әҫәрҙәрҙе еткерә алыуы ла  уның һөнәри оҫталығын күрһәтә, районыбыҙҙың мәртәбәһен арттыра. Бөрйәндә ошондай шәхестәр булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – тине ул.

Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың сығышында ла шағирәгә ҡарата һоҡланыу, ҙур ихтирам сағылды. Рәсәй әҙәбиәтенә индергән өлөшө өсөн Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға ул “Василий Шукшин” алтын миҙалын тапшырҙы.

Алыҫ ара тип тормай, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың  осрашыуға килеүе кисәнең баһаһын күтәрҙе. Уның да Бөрйән менән бәйле ҡәҙерле хәтирәләре бай булып сыҡты. Байтаҡ йылдар элек ул  Байназар урта мәктәбендә уҡытҡан. Әле ошо мәктәптә булыуы байтаҡ ҡәҙерле иҫтәлектәрен яңырта. “Шул ваҡытта уҡ  был төбәктең матурлығына хайран ҡалып,  “Хәйбуллала тыумаһам, мотлаҡ Бөрйәнде тыуған ерем итеп һайлар инем тинем” тигән һүҙҙәрендә лә был асыҡ сағыла.

Ҡәҙим Аралбай Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижадын юғары баһаланы. “Уның әҫәрҙәре телдең бәҫен тойған яҙыусының ҡәләменән төшкәнлеге тойола”, тине ул.

“Башҡортостан ҡыҙы” журанлының баш мөхәрире Гөлназ Ҡотоеванан, башҡа ҡәләмдәштәренән, яҡташтарынан, туғандарынан әллә күпме йылы теләктәр, матур иҫтәлектәр кисәне байытты.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижад кисәһе тотош бөрйәндәрҙең күркәм байрамына әүерелде тиһәк тә хата булмаҫ. Сөнки бында башҡа яҡташтары ла төрлө наградалар, дипломдар алып ҡыуанды. Ошо төбәктең һәләтле шағиры  Сәрәүәр Ғәләүетдиновҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” тигән миҙал тапшырылды. Шул уҡ ваҡытта “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә уҙғарылған төрлө конкустарҙағы еңеүселәр ҙә сәхнә түренә саҡырылды. Уларға ла  редакциябыҙҙың дипломдары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Тотош әҙәбиәт, матбуғат байрамына әүерелеп әллә күпме замандаштарыбыҙҙы илһамландырҙы Тәнзилә апайҙың ижад кисәһе. Һәр ваҡыт ихлас, башҡаларға ыңғай көс, ҡеүәт бирә белгән һоҡланғыс шағирә менән бындай осрашыуҙар киләсәктә лә һүнмәһен.

–Бөрйән –ул мөғжизәле төбәк. Ысынлап та ундағы ыңғай энергетика, халҡының ихласлығы кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә. Ни өсөн мин һәр ваҡыт Бөрйәнгә ҡайтам, яҡташтарым менән осрашып торам, мәктәп менән бәйләнештәмен? Сөнки улар үҙҙәре лә мине ярата. Шуға ла Бөрйәндән булыуым менән бик бәхетлемен. Бөгөнгө кисә иҫ китмәне оло байрам булды, бик рәхмәтлемен. Күңелемә унан ҙур илһам, дәрт алдым, - тине ул осрашыу аҙағында.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның һәр яҡлап талантлы замандашыбыҙ булыуын күптәр белә. Әлеге байрамда  йырҙар башҡарыуы уның йәнә бер һәләтен күрһәтте.  

Бөрйән ере киләсәктә лә республикабыҙҙың аҫыл төбәге булып ҡалһын ине.

Автор фотолары.

 

Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Бөрйәндәр ҡыҙҙарын ҙурланы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас