Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Октябрь 2024, 17:35

Конкурс һөҙөмтәләре билдәле

Проектта ҡатнашҡан тәржемәселәр асыҡланды.

Конкурс һөҙөмтәләре билдәлеКонкурс һөҙөмтәләре билдәле
Конкурс һөҙөмтәләре билдәле

Республика Яҙыусылар союзы Башҡортостандың башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткән яҙыусы, шағирҙарының әҫәрҙәрен руссаға тәржемә итеү буйынса "Ут күршеләр" тип аталған проектта ҡатнашыусыларҙы билдәләүгә конкурс иғлан иткәйне. Ниһайәт, бөгөн һөҙөмтәләр асыҡланды. Ҡатнашыусылар араһынан биш номинацияла еңеүселәр билдәләнде, улар артабан ике ай дауамында һайланған әҫәрҙәрҙе тәржемәләү эше менән буласаҡ. Проект БР Башлығы гранттары фонды ярҙамы арҡылы тормошҡа ашырыла. 

Конкурста ҡатнашыуға 63 тәржемәсенән 80 ғариза килгән. Улар Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙән һәм хатта бер кеше – Литванан, тип хәбәр итә ойоштороусылар. 

Ҡатнашыусыларҙың яртыһы шиғриәт өлгөләре менән эшләүгә теләк белдергән, ҡалған яртыһы – проза өлкәһендә. Конкурста ҡатнашыуға Башҡортостандағы 45 яҙыусы һәм шағирҙың әҫәрҙәре һайланған. 

Шулай итеп, баһалама киләһе тәржемәселәрҙе һайлап алған: 

- "Күләмле проза" номинацияһында Зөһрә Бураҡаева Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" тәрбиәүи романын тәржәмә итә; "проза йыйынтығы" – Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре, уларҙы Алик Шакиров руссаға ауҙара; "Шиғриәт"тә "Бәхет эҙләү" лирик шиғырҙар йыйынтығын Юрий Татаренко руссаға әйләндерә; "балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҫәрҙәр" – Заһиҙә Мусина тәржемәһендә Дилә Булгакова хикәйәләре; "классик" номинацияһында Зиннур Ураҡсиндың Юлдаш Ураҡсин тарафынан русса әҙәрләнәсәк проза әҫәрҙәре. 

"Ут күршеләр" проектында ҡатнашыусы был тәржемәселәр ике ай буйы әҫәрҙәрҙе руссаға ауҙара, унан инде китаптар нәшриәттә донъя күрә. Нәшерләү фонды 1 500 000 һумға торош итә. 

2 ноябрҙә "Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Хәҙерге заман шарттарында нәфис тәржемәләү ғәмәле" семинары, тәржемә мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторола. Унда Мәскәү, Новосибирск ҡалаларынан билдәле тәржемәсе һәм әҙәбиәтселәр ҙә ҡатнаша. Сара барышында Башҡортостан яҙыусылары китаптарынан торған "Сикһеҙ әҙәбиәт" тип аталған  күргәҙмә ҡуйыла. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас