Рәшит Назаров исеме менән берәүҙе лә таныштырып тороу кәрәкмәй. Башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл вәкиле, һүҙ сәнғәте оҫтаһы, даһи шағир. Уның “Йәшен”, “Йөрәк” шиғырҙарын өлкәнерәк быуын вәкилдәре яттан белә. Был шағир кеүек һүҙ бәҫен белгән, туған тел һутын камил тойған, иҫ киткес юғары кимәлдәге шиғри өлгөләр ижад иткән шағирҙар һирәк тыуалыр.
Билдәле башҡорт шағиры, тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужа шағир тураһында былай тип яҙа: “Рәшит Назаров үҙенең йәшен кеүек яҡты ғүмерендә (...) ике генә мөғжизәүи шиғырҙы – ни бары “Йәшен” менән “Йөрәк” әҫәрен – ижад иткәндә лә әҙәбиәт тарихында барыбер даһи тип нарыҡланыр ине!”
Бөгөн бөйөк шағирға 80 йәш тулған булыр ине. Уны хөрмәтләп иҫкә алып, ижад гәүһәрҙәрен тағы бер ҡат уҡып алайыҡ.
Рәшит Назаров шиғырҙары
Йөрәк
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?..
Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа, –
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ – минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.
Йәшен
Мөхәббәт ул – әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
“Көйҙөрөр”, – тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин – йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул – әйтерһең дә, утлы йәшен…
Илайым
Илар мәлдәр була. Иламайым!
Теште ҡыҫам – түҙәм.
Тәндән ҡандар атылып сыҡһа сыға,
Тик йәш сыҡмай күҙҙән.
Бала саҡта, ергә түгел, йәшем
Йөрәгемә тамды.
Һәм әрнетеп, ут шикелле, шунда
Мәңге дөрләп ҡалды.
Ләкин ғүмер илап йәшәгәндәр
Көнгә ҡарап көлһә, –
Мин илайым, йәште тигеҙ бүлеп
Йөрәк менән бергә,
Мин илайым шатлыҡ йәшен һығып,
Бәхет менән бергә...
Туған тел
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Куша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә!
* * *
Мин батыр ҙа түгел, йәнем,
Мин тик ғашиҡ батырлыҡҡа.
Мин матур ҙа түгел, бәғерем,
Мин тик ғашиҡ матурлыҡҡа.
Мин тапҡыр ҙа түгел, иркәм,
Мин тик ғашиҡ тапҡырлыҡҡа...
Ләкин миңә бер йылмайһаң,
Бер өндәшһәң, бер күҙ һалһаң,
Миңә күсә:
тапҡырлыҡ та, матурлыҡ та, батырлыҡ та...