Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара барышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үҙен республикабыҙға хеҙмәт итеүгә арнаған бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Улар иҫәбендә билдәле ижадсы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла бар – ул Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Тәнзилә Сәлих ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ижадығыҙ һүрелмәһен, талантығыҙҙы үҙ итеүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырырға, илһамланып йәшәргә һәм ижад итергә яҙһын!
Фотолар: шағирәнең сәхифәһенән.