Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Ноябрь 2024, 11:00

Әлиә Ҡарасурина йәнә тәнҡит утына эләккән

“Йыл әсәһе һин" тип тә ебәргәндәр...

Әлиә Ҡарасурина йәнә тәнҡит утына эләккәнӘлиә Ҡарасурина йәнә тәнҡит утына эләккән
Әлиә Ҡарасурина йәнә тәнҡит утына эләккән

Әлиә Ҡарасурина (Төхвәтуллина) социаль селтәрҙә йыш ҡына улдары Әлим тураһында стористар һала, яңылыҡтары менән уртаҡлаша.

“Беҙҙең Әлим ауырый, инде өсөнсө көн температура, йүткерә. Бик ауыр бала сирләгәндә. Быны аңлатып та булмай. Дауалауы ла ҡыйын. Педиатр саҡырттым. “Инфекция эләктергәнһегеҙ”,  - тине. Әлимдең аҫҡы тештәре сыҡты, өҫтәгеләре лә сығып килә. Шул фонда иммунитеты ҡаҡшаған. Ярар, барыһы ла яҡшы булыр, бының аша ла үтергә кәрәк инде”,  - тигән ине ул.

Аҙаҡ йырсы массаж яһатып ҡайтыуын, унан һуң машинаһының тәгәрмәстәрен алыштырып йөрөгән стористар ҡуйған. Ә бер виртуаль дуҫы шуны ғына көтөп торған тиерһең.

“Бала сирләй, ә һин массажға йөрөйһөң. “Йыл әсәһе һин", ҡот осҡос. Үҙеңде оятҡа ҡалдырып, был турала социаль селтәрҙәрҙә һөйләп ултырмаһаң булмаймы? Опека органдары етмәй һиңә”,  - тип йәмһеҙ һүҙҙәр яҙған бер ҡатын.

Әлиә Ҡарасурина был һүҙҙәргә иғтибар бирмәгән шикелле, ул хатты башҡаларға ла күрһәткән.

Ә һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”

Автор:Карима Усманова
Читайте нас