Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Асаеваны Германиянан алып ҡайтҡан дарыу ғына ҡотҡарған

Йырсы концерттарын күсерергә лә уйлаған...

Гөлназ Асаеваны Германиянан алып ҡайтҡан дарыу ғына ҡотҡарған
Гөлназ Асаеваны Германиянан алып ҡайтҡан дарыу ғына ҡотҡарған

Концерттар миҙгеленең гөрләп торған сағында популяр йырсы Гөлназ Асаева тауышһыҙ ҡалған.

"Беҙҙә -  йыл фажиғәһе... Тауышымды юғалттым, юғары ноталарҙы бөтөнләй ала алмайым. Был хәлдән сығырға тырышабыҙ, Айтуған ярҙам итәсәк. Тулыһынса "тере" концертты бөгөн тауышһыҙ йырлап сығырға тура киләсәк.

Бөгөн иртән һөйләшерлек тә тауышым юҡ ине. Концертты күсереү тураһында ла уйланыҡ, сөнки беҙҙең "плюсовка"ларыбыҙ юк, минең принцип – нимә булыуға ҡарамаҫтан, концерттарҙа "плюсовка" ҡулланмау.

Миңә Марат ағай Германиянан алып ҡайтҡан дарыуҙар ярҙам итте. Уны ике төймә эстем, аҙмы-күпме тауышым барлыҡҡа килде. Был - ниндәйҙер мөғжизә",  - ти Гөлназ Асаева үҙенең стористарында.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: