Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республикабыҙҙа музей эшен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Бөгөнгө көндә Башҡортостандың музей селтәрен 107 дәүләт һәм муниципаль музейҙар тәшкил итә. Фондтарҙа 938 мең мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡы һаҡлана. Туристарҙы ылыҡтырыу, тарихи һәм илһөйәрлек тәрбиә биреү йәһәтенән дә музейҙарҙың әһәмиәте арта.
-Беҙҙең республика музейҙар һаны буйынса төбәктә алдынғыларҙан һанала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән заманса учреждениелар асыла. Быйыл Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейының “Торахан” визит-үҙәге эшләй башланы. Бынан тыш күп муниципалитеттарҙа даими рәүештә экспозициялар яңыртыла, яңы мәҙәни усаҡтар барлыҡҡа килә, шул иҫәптән махсус хәрби операция геройҙарына арналғаны ла, - тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.