Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Ноябрь 2024, 07:00

Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә

Фильмда башҡорт кино сәнғәте вәкилдәре менән бергә Рәсәй киноларында уйнаған актерҙар ҙа төшә.

Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөләБаш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә
Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә

Ошо көндәрҙә Өфөлә уның тураһындағы ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөлә башланы. Әлегә ул “Һуңғы интервью” тигән атама йөрөтә. Фильмда башҡорт кино сәнғәте вәкилдәре менән бергә Рәсәй киноларында уйнаған актерҙар ҙа төшә. Мәҫәлән, “Молодежка” сериалы йондоҙо Вячеслав Паршин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Михаил Богдасаров, “Елки” Яңы йыл комедияһынан Байморат Аллабериев, “Полицейский с Рублевки” фильмы геройын уйнаған Роман Попов.

Өфө тураһындағы кинола төп ролдәрҙе беҙҙең яҡташтар – “Универ” һәм “Саня, газуй!” сериалдарында ҡатнашҡан профессиональ актер Таһир Солтанов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәжибә Искәндәровалар башҡара.

Фильмдың ҡуйыусы режиссеры – Мари Иле Республикаһынан актер, кино продюсеры, музыкант Денис Шаблий, ул халыҡ-ара кино фестивалдәрендә ҡатнашып, уңыш яулаған.

“Был тыуған ҡалаңа, республикаңа һөйөү тураһындағы социаль драма, Өфө бында айырым герой булып сығыш яһай. Яңғыҙлыҡ хаҡында ла һөйләйбеҙ, ул өлкән быуынға ғына хас проблема түгел, йәштәргә лә янай. Фильмды төшөрөүҙә профессиональ кинематографистар ҙа, беренсе тапҡыр тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа бар. Кино биш көн буйы төшөрөлә”, – тип һөйләй Денис.

Фильмды төшөрөү Беренсе башҡорт кино кампусына ярашлы ойошторолған, уның генераль продюсеры Катрина-Ҡарлуғас Душәнбаева. “Кино кампусы төҙөү идеяһы байтаҡтан – 2014 йылдан бирле күңелдә йөрөй ине, – тип һөйләй Катрина. – Кино өлкәһендә биш – продюсерлыҡ, режиссура, сәхнә эше, актер оҫталығы һәм кинола грим – йүнәлеш буйынса эшләргә теләүсе 75 кешене йыйҙыҡ. Ике ай буйы улар үҙ эшенең оҫталары – Булат Йосопов, Анастасия менән Айнур Асҡаровтар, Алина Вәлиеваларҙа уҡыны. “Һуңғы интервью” фильмын төшөрөүҙә ҡатнашып, беҙҙең уҡыусылар алған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланып ҡарай”.

Фильмдың премьераһы 2025 йылдың февраленә планлаштырылған. Уны Башҡортостанда ла, ҡуйыусы режиссерҙың тыуған яғы – Мари Илендә лә күрһәтергә йыйыналар. Аҙаҡтан кино менән фестивалдәрҙә ҡатнашыу уйы ла бар, сөнки команданың иҫәбе – Башҡортостан Республикаһы менән мөмкин тиклем күберәк кешене таныштырыу.

Проект Мәҙәни инициативалар буйынса Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә
Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә
Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә
Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә
Баш ҡалабыҙ тураһында тағы бер кино төшөрөлә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас