Бөтә яңылыҡтар

Искәндәр Ғәзизов йырлауын ташлап ҡуймаһа ярай ине...

О-о-о, Артур ҡусты, оҡшамай буламы инде. Иҫ китмәле, иҫ китмәле тамаша булды. Кисә Плешанда залда алма төшөрлөк урын да юҡ ине, Аллаға шөкөр!

Искәндәр Ғәзизов йырлауын ташлап ҡуймаһа ярай ине...
Искәндәр Ғәзизов йырлауын ташлап ҡуймаһа ярай ине...

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артистарының бер төркөмө "Йәшә!" проекты менән Ырымбур өлкәһенә гастролддә йөрөй. Мәғлүм булыуынса, концерттар уңышлы бара. 13 ноябрҙә - Плешан, 14 ноябрҙә Медногорск ҡалаларында сығыш яһағандар, бөгөн - Орск, зал тулы тамашасы булған. Артистарыбыҙҙың кәйефе күтәренке. Быны беҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың сығышында күрҙек.

Искәндәр Ғәзизов автобуста китеп барғанда беҙгә "Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк" сатирик дуэты менән билдәле булған Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтовҡа пародия төшөргән. 

"Ырымбур өлкәһендә, Плешан ҡалаһында, бик шәп концерт булды! О-о-о, Артур ҡусты, оҡшамай буламы инде. Иҫ китмәле, иҫ китмәле тамаша булды. Кисә Плешанда залда алма төшөрлөк урын да юҡ, Аллаға шөкөр! Үҙегеҙ күреүегеҙсә, Башҡортостандың иң шәп артистары ғына беҙҙең менән - Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Бөрйән һылыуы Венера Юлгилдина. Уның тормош иптәше Тимур Юлгилдин да ҡурайсы ул, беҙҙең менән сығырға тейеш ине, хәҙер МЧС-та эшләй, килә алманы. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Альбина Килдейәрова, Азат Биксурин һәм башҡалар..." - тип Вәлит ағайға оҡшатып тороп, ауыҙҙарын бәлшәйтеп тороп һөйләй бит әле Искәндәр.

"Вәлит ағай кеүек ҡайҙан һөйләшергә өйрәндең ул?" - тип ҡыҙыҡһынып уға шылтыраттыҡ. 

- Эйе, Вәлит ағай булып һөйләйем. 2010 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас, Вәлит ағай менән эшләй башланым. Уның менән сығыш үҙе бер бәхет булғандыр. Ысынлап та, бик талантлы артист, сығыштарын һәр ваҡыт һоҡланып ҡараным. Вәлит ағай менән гастролдәрҙә йөрөгән ваҡыттар үҙе бер китап яҙырлыҡ мажараларға ла бай булды. Мин, йәш егет, уның мәрәкәләрен тыңлап йөрөй торғас, үҙем дә уның һымаҡ һөйләшә башланым, - тине Искәндәр Ғәзизов.

Ә беҙ иһә: "Искәндәр Ғәзизов йырлауын ташлап ҡуймаһа ярай ине..." - тип йылмайыу аша борсолоп та ҡуйҙыҡ. Ә кем белә?!

Фото: скриншот.

Видеояҙма: Искәндәр Ғәзизовтың архивынан алынды. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: