Бөтә яңылыҡтар

Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ

Карталар биҙәктәренә республикабыҙҙа йәшәгән әллә күпме ҡул оҫтаһының күҙ нурҙары һеңгән. Шуларҙың береһе – “Тамға” конкурсы аша күбеһенә таныш булған оҫтабикә Ғәбиҙә Вәлиева. Карталарҙың иң күп өлөшөн тап Ғәбиҙә Ғибаҙулла ҡыҙы сиккән.

Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ

Баш ҡалабыҙҙағы Милли музейҙа “Сигелгән Башҡортостан” күргәҙмәһе асылды. Бында республиканың 55 районы һәм тотош Башҡортостандың нағышлы картаһы урын алды. Һәр райондың үҙенә хас биҙәктәре, үҙенсәлектәре бар уларҙа, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте лә, тәбиғәтебеҙ гүзәллеге һәм байлығы ла сағыла.

Был ҡыҙыҡлы проект – “Сигелгән Башҡортостан” – былтыр баш алғайны. Ул республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылды. Райондарҙың сигелгән картаһы ошо сараның дауамы булып тора.

Карталар биҙәктәренә республикабыҙҙа йәшәгән әллә күпме ҡул оҫтаһының күҙ нурҙары һеңгән. Шуларҙың береһе – “Тамға” конкурсы аша күбеһенә таныш булған оҫтабикә Ғәбиҙә Вәлиева. Карталарҙың иң күп өлөшөн тап Ғәбиҙә Ғибаҙулла ҡыҙы сиккән.

Башҡортостанда ғүмер иткән 130-ҙан ашыу милләт вәкилдәренең татыулығын, халыҡтарҙың бай мәҙәни мираҫын кәүҙәләндергән сағыу күргәҙмәгә килеп, республикабыҙҙы үҙегеҙ өсөн яңынан асығыҙ, дуҫтар! Башҡортостан Милли музейы һеҙҙе көтә.

Рәүилә Ғатауллина.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Сигелгән Башҡортостанды барып күрегеҙ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: