Бөтә яңылыҡтар

Тыумыштан күҙе күрмәһә лә...

Сибайҙан Өфөгә алып килгән таксист йәш артист Азат Исҡужинды ҡала уртаһында яңғыҙын ҡалдырып киткән... Тома һуҡыр егет был хәлдән нисек сыҡҡан?

Тыумыштан күҙе күрмәһә лә...
Тыумыштан күҙе күрмәһә лә...

Азат Исҡужин Өфөгә үҙенең ижад кисәһенә әҙерләнергә тип килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таксист пассажирҙарҙы адрестар буйынса йөрөтмәй булып сыҡҡан һәм бөтәһен дә “Өфө” универмагы эргәһендә ҡалдырған.

– Өфөнөң 28-се һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн коррекцион интернат-мәктәбендә уҡыным. Унда беҙҙе үҙаллы булырға, үҙеңде йәлләтмәҫкә өйрәттеләр, шуға ла таксисҡа ялынып торманым. Бер дуҫыма видео аша шылтыратып, ҡайҙа икәнлегемде күрһәттем. Ул мине тиҙ тапты һәм Матбуғат йортона журналистар менән осрашыуға алып килде, – тип һөйләне йәш артист “Башҡортостан” гәзитенә.

Азат, ысынлап та, кеҫә телефоны менән оҫта ҡулланырға өйрәнгән. Уға хәрефтәрҙе тауышҡа әйләндерә торған ҡушымта ярҙам итә.

Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән йырсы һәм композиторҙың ижад кисәһе Өфөлә 21 ноябрҙә уҙа. Билеттарҙы ошо һылтанма аша алырға мөмкин.

Автор видеоһы.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: