18 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сираттағы "Ҡанаттарҙы кирәбеҙ" республика конкурс-фестиваленең гала-концерты үтә. Был инклюзив проектты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, аныҡлабыраҡ әйткәндә, уның Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәге һәм республиканың Милли симфония оркестры ойоштора. Сара "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект “Культура”) "Ижади кешеләр" проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Конкурс-фестиваль һаулыҡ үҙенсәлектәре булған, республиканың балалар музыка, сәнғәт мәктәптәрендә һәм мәҙәниәт өлкәһендәге профессиональ белем биреү ойошмаларында шөғөлләнгән 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙың ижади һәләттәрен, мөмкинлектәрен киңерәк асырға ярҙам итә. Быйылғы сара Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына арнала. Ул ике этапта үткәрелә: һайлап алыу туры һәм гала-концерт. Һуңғыһында инде һайлап алыу турын уңышлы үтеп, конкурс лауреаттары исеменә лайыҡ булған йәш таланттар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт оркестры оҙатыуында сығыш яһай ала. Оркестрҙың баш дирижёры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.