Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноябрь 2024, 08:30

Йырсыны йәнә тәнҡитләгәндәр. Ни өсөн?

Уның "бандаһы"ның һуңғы фотосессиялары һәм концерттағы ҡайһы бер моменттары дәрт, секс, ғөмүмән, аҙғынлыҡҡа өндәү рәүешендә. Арттырып ебәрә башланы, концерттарына ла йөрөйһө килмәй...

Йырсыны йәнә тәнҡитләгәндәр. Ни өсөн?Йырсыны йәнә тәнҡитләгәндәр. Ни өсөн?
Йырсыны йәнә тәнҡитләгәндәр. Ни өсөн?

Һуңғы ваҡытта татар эстрадаһында киң популярлыҡ яулаған Илһөйә Бәҙретдинованы әленән-әле тәнҡитләп торалар. Йә йырсының матур-матур күлдәктәре оҡшамай, йә быныһы, йә уныһы...

Был юлы Илһөйә Бәҙретдинованың образдары һәм концерт программаһы тәнҡит утына эләккән.

"Илһөйә һәм уның "бандаһы"ның һуңғы фотосессиялары һәм концерттағы ҡайһы бер моменттары дәрт, секс, ғөмүмән, аҙғынлыҡҡа өндәү рәүешендә. Илһөйә арттырып ебәрә башланы, концерттарына ла йөрөйһө килмәй".

"Алға, Бузова артынан. Күп ҡалманы бит инде".

"Аттың аҙғыны тайға эйәргән, тиҙәр беҙҙә бындай үҙ йәшен онотҡан ҡатындар тураһында".

"Матур ҡатын. Ләкин кешенең күпселек түгел, ә бары яҡын кешеләре генә күрергә тейешле образдары ла булырға тейеш тип һанайым".

"Үҙ-үҙенә ғашиҡ артистка", - тип комментарийҙар яҙғандар.

Ә һеҙгә Илһөйә Бәҙретдинованың яңы программаһы һәм образы оҡшаймы?

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".

Йырсыны йәнә тәнҡитләгәндәр. Ни өсөн?
Йырсыны йәнә тәнҡитләгәндәр. Ни өсөн?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас