Бөтә яңылыҡтар

“Двойной” килен (Юмореска)

Төнгө клуб уларҙы шаулы музыка, илерткес шарап еҫе, ялпылдап тороусы уттар менән ҡаршы алды. Ишек төбөндә тороусы «текә» егеттәр: «О! Красавицы, как мы раньше вас не видели”, - тип татлы телләнделәр. «А мы всегда тута, сами где пропадаете?» - тигән һүҙҙәр атып, ыңғайына мут күҙ ҡыҫып, елперҙәшеп үтеп киттеләр. Был йомшаҡ өндәшеүҙәр оторо дәртләндереп ебәрҙе «красавицаларҙы».

“Двойной” килен (Юмореска)
“Двойной” килен (Юмореска)

Әүәле, үҙеңдең хәлеңде күршеңдән һора, тиһәләр, хәҙер үҙеңдекен генә түгел, хатта тотош ауылдыҡын да белергә була. Иртән тороу менән, айырылмаҫ дуҫыңа әүерелгән, гел кеҫәңдә йөрөгән телефоныңды алып, ватсапты асаһың да ҡарайһың. Ауыл хәбәрҙәре төркөмөндә нимә генә юҡ, урамға сығаһы ла түгел. Ҡайһы бер айырым чаттарҙан, кемдең һыйыры кемдең үгеҙенән ҡасып быҙаулауы, ләкин уға барыбер оҡшамауы, хатта силсәүиттең бөгөн ниндәй төҫтәге галстук тағып килеүенә тиклем белергә була.

Шундай иртәләрҙең береһендә Фираяны ғына түгел, күптәрҙе аптыратҡан хәбәр пәйҙә булды төркөмдә. Уның күршеһе Рифат өйләнергә йөрөй, күрһәтергә ҡыҙын да алып ҡайтҡан икән. Аптырарлыҡ та шул, армиянан ҡайтыуына күп тә түгел бит әле, өс-дүрт аҙна тирәһе генә булалыр. Оҙатып ҡалып, хатлашып тороусы ҡыҙы бар икәнлеге лә ишетелмәне. Ну, йәштәр үҙҙәре белә, ни тиһәң дә, хәйерле хәбәр.

Ай ярым элек, Фираяның райүҙәктә йәшәгән ике туған ҡәйнешен башлы-күҙле иткәйнеләр. Бик шәп үтте мәжлес. Тағы туйҙа гүләйт һуҡтырабыҙ икән былай булһа, тигән шат уйҙар менән, Фирая тышҡа сығырға йыйынды. Мал-тыуарҙы ҡараштырырға, һыйырҙарҙы һауып көтөүгә ҡыуырға һәм башҡа бөтмәҫ көндәлек эштәр атҡараһы бар.

Уның ҡәйнеше Таһир - бик эшсән, аҡыллы, төптән уйлап хәл итә торған егет. Бейеүсенең эш хаҡына йүнле тормош көтөп булмаясағын аңлап, туй үткәс тә, ул-был итте лә, күберәк аҡса эшләп фатир алыу ниәте менән алыҫҡа, аҡ айыуҙар арҡаһын ер күсәренә ышҡый торған яҡҡа сығып китте. Уның хыялы - ҡатынын бәхетле итеү ине. Улар эшләгән ерҙә интернет тотоу түгел, телефон менән дә һөйләшергә мөмкин түгел. Дүрт айға ғына түҙер, унан инде бөтөнләй икенсе тормош башланасаҡ. Яңы өйләнгән егеттең башында тик яҡты, саф уйҙар ине.

Фирая, күркәм өйөнөң бейек тупһаһына баҫып, ут күршеһе Зилфирә менән иҫәнләште.

- Килен хәйерле булһын, имен-аман йәшәргә насип итһен, - тип теләктәрен белдерҙе. Күршеһе бик шат, йөҙө таң ҡояшындай нурлы ине. Эргәһендәге «килене» лә ярҙам итеп йүгергеләй. Уныһы бик оялсанға оҡшаған, башын күтәрер-күтәрмәҫ кенә һаулашты ла боролоп уҡ торҙо арты менән. Йөҙ-ҡиәфәте таныш, үҙенең райүҙәктәге яңы киленен хәтерләткән кеүек тойолдо Фираяға. Әллә хәҙерге килендәр бөтәһе лә бер төрлө инде, һыйырҙыҡылай оҙон керпекле, әле генә ҡорт саҡҡандай бүлтәйеп, һәлберәп тороусы ирендәр, тигән уйҙар менән үҙ мәшәҡәтенә сумды.

Таһир алыҫ тарафтарға аҡса һуғыуға сығып китеп, аҙна-ун көн үтеүгә, Гөлбикәгә күңелһеҙ була башланы. Ире менән мәҙәни-ағартыу техникумын бергә тамамлағайны ла, вокал буйынса эш булмай сыҡты районда, бер урын да буш түгел. Ваҡытлыса ҡуртымға алынған бүлмәһендә йәм тапмай ыҙа сикте. Интернет киңлектәрендә «сәйәхәт» ҡылды. Унда матур тормош менән көн иткәндәргә күҙе ҡыҙҙы. Шулар кеүек булырға хыялланды, концерт, дискотека, шау-шыулы кисәләрҙә булғыһы килде. Яңы ғына кейәүгә сыҡ та, өйҙә ят инде, тип бошондо. Бер ниндәй ҙә бәхет күрмәй, матур сағыңды заяға үткәреп. Шулай тип уйлап та өлгөрмәне, иң яҡын әхирәте Зәриә шылтыратып та ебәрҙе. Ул шат тауыш менән: «Бөгөн кис клубта шәп дискотека буласаҡ, әйҙә киттек», - тип бер тынала теҙеп һалды. Башындағы елбәҙәк уйҙарҙы ҡанатландырыу ғына булды әхирәтенең саҡырыуы.

Төнгө клуб уларҙы шаулы музыка, илерткес шарап еҫе, ялпылдап тороусы уттар менән ҡаршы алды. Ишек төбөндә тороусы «текә» егеттәр: «О! Красавицы, как мы раньше вас не видели”, - тип, татлы телләнделәр. «А мы всегда тута, сами где пропадаете?» - тигән һүҙҙәр атып, ыңғайына мут күҙ ҡыҫып, елперҙәшеп үтеп киттеләр. Был йомшаҡ өндәшеүҙәр оторо дәртләндереп ебәрҙе «красавицаларҙы». Бар эргәһенә барып: «Нам по сто грамм крепкого», - тип, Зәриә өйрәнелгән хәрәкәттәр менән эсемлекте тәмләй ҙә башланы. Әхирәте менән һыйланып алғас, бөтөнләйгә кәйефе күтәрелде. Сәстәрен әртистәрҙекенә оҡшатып туҙыратып ебәреп, дәртләнеп янбаш ҡыймылдатты Гөлбикә.

- Чай, кофе, потанцуем? Мин Рифат булам, әйҙә бейергә, - тип эргәһенә килгән мөләйем егеткә яуапланы:

- А почему бы и нет, пойдем, мин Гуля...

Билен һығып ҡосҡан егет менән медлякка өйөрөлдөләр. Рифат яңыраҡ армиянан ҡайтыуы, район үҙәгендә эшләп йөрөүе тураһында хәбәр итте. Оҙата барғас, тағы осрашайыҡ тип тәҡдим яһаны. Гөлбикә үҙенең кейәүҙә булыуы тураһында ләм-мим өндәшмәне. Һуңғы ваҡытта башына оялаған «заяға үткәргән самый йәш ваҡыты» тураһындағы шайтан ҡотортҡан уйы өҫтөнлөк алды йәш ҡатында. Рифат та тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Йөрәгенең түрен биләп, күңеленә хуш килгән «ҡыҙҙы» ата-әсәһе менән таныштырырға теләүен белдерҙе. Гөлбикә тәүҙә ҡаршы булды. Ул бит никахлы, кейәүгә сыҡҡан ҡатын. Ләкин, телевизорҙа күргән билдәле кешеләрҙең ике тормош алып барыуы, үтә еңел йәшәүҙәре, төрлө сайттағы ылыҡтырғыс яҙмалар үҙенекен итте. Алыҫ йөрөйһө лә түгел. Зәриә ана килештереп йәшәй. Ире командировкаға китеүе була, һөйәре тып итеп килеп тә инә. Бына исмаһам тормош тәк тормош. Шулайтыр кәрәк уны, донъяның артына һикертә тибеп теттерергә. Уның бер ере лә кәмемәй ҙә, һин дә мин йөрөп тик ята. Үҙенең уйынан үҙе ҡәнәғәт ҡалды. Барыбер бер йәшәйбеҙ, «была не была» тип риза булды ла, кискә ҡарай юлландылар Рифаттың ауылына.

...Иртән күргән килен тынғы бирмәне Фираяның күңеленә. Шиге көсәйгәндән-көсәйә барып, баҡсала түтәлдәргә һыу ҡойғанда, күршеләренең мәж килеп эш менән булышып йөрөүҙәрен ишетеп ҡалды. Ҡойманың ҡайырылып торған таҡтаһынан башын тығып күҙ һалды теге яҡҡа. Ундағы күренештән хайран ҡалды, аптырауынан: «Атаҡ-атаҡ, әстәғәрифулла! О боже, ептор-ҡуптыр!» - тип, барлыҡ белгән һүҙҙәрен теҙеп ҡысҡырып, өгөрсәгә ҡойорға тип әҙерләгән һыу тултырылған кәритәгә «шап» иттереп ултыра төштө. Унда оҙон керпектәрен матур елпелдәтеп, ҡәйнешенең ҡатыны, уның килене Гөлбикә баҫып тора ине... Түҙмәне Фирая: «Ауыҙыңа төкөрәйем, сабата»... - тип, әсе һүгенеп, шаптырлап һыу аҡҡан итәген бөрөп тотоп, өйөнә инеп китте.

Дүртенсе ай эшләгән Таһир, кис вагончикҡа ҡайтып, урынына ауҙы. Тиҙҙән тыуған яғына ҡайтасағын уйлап, матур хыялға бирелде. Аруҡ ҡына йыйылған эш хаҡына ҡатынына ҡиммәтле бүләк аласағын, яңы фатирға күсеп сығасағын күҙаллап, тәмле йоҡоға талды.

АВТОРЫ - Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ.

(Фото интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтарҙан).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: