Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Уразова бала саҡта кем булырға теләгән?

“Йырсы булырмын тип һис тә уйламағайным”, – ти ул.

Гүзәл Уразова бала саҡта кем булырға теләгән?
Гүзәл Уразова бала саҡта кем булырға теләгән?

Билдәле йырсы Гүзәл Уразова үҙенең блогында бала саҡта кем булырға теләүе хаҡында һөйләгән. Ул нейроселтәр ярҙамында бәләкәй сағындағы фотоны “терелтеп”, яҙылыусыларына татар телендә мөрәжәғәт итеп былай тип яҙған:

– Был мин, кескәй Гүзәл Уразова, булам. Был ваҡытта мин йырсы булырмын тип хыялланмай ҙа инем. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә гел “Калинка”ны йырлай торғайным.

Яҙылыусыларының “Кем булырға теләгәйнегеҙ?” тигән һорауына:

– 9-сы кластан һуң юрист һөнәре буйынса уҡырға теләгем бар ине. Тик атайым, “был һинең йүнәлешең түгел”, тине. 11-се класҡа тиклем уҡ ҡайҙа барырға белмәнем. Һуңынан Ҡазанда журналист һөнәре буйынса уҡырға теләгәйнем, әммә инә алманым, – тип уртаҡлашҡан яратҡан йырсыбыҙ.

Әйткәндәй, тиҙҙән Өфөлә Гүзәл Уразованың концерттары көтөлә.

Фото: Гүзәл Уразова битләүенән.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: