Муллайән Һөйәрғолов һоҡланғыс сәхнә ғүмере дауамында бик күп йәнле, сағыу образдар һынландырҙы. Сәхнә оҫтаһының ижады – башҡорт мәҙәни йолаларына, туған халҡына һәм уның тарихына ҡарата тәрән ихтирам сағылышы ул. Театрҙа эшләгән осорҙа юбиляр тамашасыларҙың һөйөүен яулап ҡына ҡалманы, ә ысын рухи остазға әүерелде, үҙенең оҫталығы менән инде нисәнсе быуын актерҙарын илһамландыра.
“Йәш йөрәктәр” музыкаль комедияһында тормош тураһындағы тәрән уйланыуҙар шаярыуҙар менән үрелеп бара. Спектакль йәшлек, беренсе мөхәббәт һәм киләсәккә өмөт хаҡында бәйән итә, тамашасыларҙа матур хистәр һәм яҡты һағыш тойғоһон уята.
– Юбилей кисәһе театрҙың бөтә ҡунаҡтары өсөн үҙенсәлекле буласаҡ. Һәр сәхнә, һәр көй, актерҙарҙың һәр йылмайыуы күңел йылыһы менән һуғарыласаҡ. Тамашасылар спектакль ҡарап ҡына ҡалмаҫ, уның тарихына ла ҡағылыр, Муллайән Һөйәрғолов кеүек оҫталар бүләк иткән башҡорт театр мираҫының тәрәнлеген һәм бөйөклөгөн тойор. “Йәш йөрәктәр” спектакле тормошто яратырға, уның һәр мәлен ҡәҙерләргә өйрәтә һәм яҡшылыҡҡа ышаныуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген хәтергә төшөрә, – ти театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.
Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры архивынан.