Бөтә яңылыҡтар

Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты

Күренекле шағирә дуҫтарын йыйҙы.   

Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты

"Китап" нашриәтенең яңы кибетендәге саралар үткәреүгә тәғәйенләнгән йәтеш кенә майҙансығында хәҙер әҙәби осрашыуҙар үтеп тора. Сираттағыһы танылған шағирә – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясова ижадына арналды.

Осрашыуға Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының ижадташтары, әҙәбиәт белгестәре, “Китап” нәшриәте вәкилдәре, шиғриәтен яратҡан китап һөйөүселәр, яҡташтары – хәйбуллалар, студенттар килгәйне. Сараға мәртәбә өҫтәп, Башкортостандың халыҡ шағирҙары Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай ҡатнашты. Шағирәнең ижадташы ғына түгел, йәшлек дуҫы, үҙе лә билдәле шиғри һүҙ оҫтаһы Тамара Искәндәриә кисәне йылы итеп алып барҙы. Әҙәби клубта туғандарса ихласлыҡ, дуҫтарса йылылыҡ хөкөм һөрҙө. Әйткәндәй, “Китап” нәшриәте кибетенең был залын бынан ары ошолай атап йөрөтөргә тип Ҡәҙим Әбделғәлим улы тәҡдим итте һәм хуплауҙар алды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, Йомабикә Ильясова ижадын юғары баһалап: “Шиғриәттең баһаһын иң элек тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ, оҫталыҡ билдәләй”, – тине һәм, уның шиғриәтенә ябайлыҡ һәм тәбиғилек хас, тип тә өҫтәне. Әҙәбиәт аҡһаҡалы шағирәнең замандашы булыуына ғорурланыуын белдерҙе.

Нескә күңелле, хисле шағирәнең булмышын үҙе уҡып ишеттергән шиғырындағы ошо юлдар асып һала торғандыр:

Был арала тиҙ үпкәләп барам,

Беләм дә бит яҡшы түгелен.

Донъя дөрөҫ кенә булмағандай,

Тигеҙ генә түгел күңелем.

Сәскәләрҙең наҙлы таждарылай,

Өҙөлөргә тора ҡай саҡта,

Ҡайһы мәлдә яна ялҡынланып,

Дөрләгәндәй утын усаҡта.

Яҙғы ташҡындарҙай ғәйрәтле ул,

Сабый бала һымаҡ алдана.

Ниҙәр генә кисерһә лә күңел,

Ул бәхетле, кемдер аңлаһа.

Тамара Искәндәриәнең: “Һалҡын һыулы Йылайыр йылғаһы йылы Һаҡмарға ҡойған ерҙә ултырған гүзәл тәбиғәтле Аҡъюл ауылында донъяға килгән кеше нисек шиғыр яҙмаһын инде? Уларҙың береһе шағирәгә, һалҡын ҡанлы, тыныс бул, ти, икенсеһе, минең кеүек наҙлы, йылы бул, тип шиғриәтен төрлө кисерештәргә байыта”, – тигән һүҙҙәре менән килешмәйенсә булмай. Ысынлап та, Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының һанһыҙ төҫтә балҡып, мең төрлө хис-тойғо менән сорнаған шиғырҙарын уҡыған һайын, күңел юғары хистәргә күмелә, йәшәйештең асылына нығыраҡ төшөнгәндәй булаһың. Ғалимә Ғәҙилә Бүләкова әйткәненсә, уның шиғриәтендә лириканың һәр төрө бар: мөхәббәт тә, тәбиғәт тә, гражданлыҡ та, фәлсәфәүи лирика ла. Был кисәлә ҡатнашҡан ҡәләм эйәләре Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының ижадын, тос фекерен бер нисә строфа аша әйтеп биреү ҡеүәһенә эйә булған ҡыҫҡа шиғырҙар оҫтаһы, тип тә баһаланы.

Рухты күтәрә, күңелдәрҙе илһамландыра торған бер сара ла, әлбиттә, йыр-моңһоҙ үтмәй. Был кисәне лә тәрән халыҡ моңдары, Йомабикә Ильясова һүҙҙәренә яҙылған йырҙар байытты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шағирәнең автографлы китабына эйә булып ҡыуанды.

 Йомабикә ИЛЬЯСОВА:

– Әлбиттә, һәр әҙип өсөн уның ижадын үҙ күргән уҡыусылары булыуы ифрат мөһим. Минең шиғырҙарҙы яратыусылар бик күп тә түгелдер, әммә улар үҙем һымаҡ уҡ ихлас.

Элегерәк матбуғаттағы эшемә, депутатлыҡ эшмәкәрлегемә бәйле халыҡ менән йышыраҡ аралаштым, бындай осрашыуҙар аша ла шиғриәтемә мөнәсәбәт ниндәйҙер дәрәжәлә билдәле ине. Хәҙер күңелдә икеләнеү ҙә тыуа ҡайһы саҡта, кәрәкме икән һуң шиғыр,минең шиғырым,тип һорайым үҙемдән.

Ә инде кемдеңдер һинең әҫәреңә ыңғай баһа биреүе ижадҡа ҡанатландыра. Назар Нәжмигә оҡшатыбыраҡ әйткәндә, шиғри илһам гөл кеүек ул, һыу һибегеҙ гөлдәргә.

Китабым буйынса һөйләшеүгә үҙем сикһеҙ ихтирам иткән ҙур талант эйәләре, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Хәсән Назар менән Ҡәҙим Аралбайҙың килеүҙәрен бер мәртәбә, бүләк күреп ҡабул иттем.

Ошондай олуғ әҙиптәрҙең кимәлен әҙәбиәт юғалтмаһын ине. Был эйәреп килеүсе һәр быуынға яуаплылыҡ һала.

Илзидә Йосопова фотолары.

Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Күңел хазинаһы менән уртаҡлашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: