Бөтә яңылыҡтар

Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай

...Һәм бына Ерҙә инде 2007 йыл. Ямал тундраһындағы Юрибей йылғаһы ярынан болан көтөүсеһе Юрий Худи менән улдары үтеп бара. Көтмәгәндә улар сәйер табышҡа юлыға – боҙ ҡамауында ниндәйҙер хайуандың кәүҙәһен күреп ҡала. Бының ябай ғына табыш түгеллеген төшөнгән Юрий был хаҡта район үҙәгенә хәбәр итер өсөн юлға сыға – барып еткәнсе ул ике көн ваҡытын сарыф итә.

Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай

42 мең йыл әүәле, хәҙерге Ямал ярымутрауы ерҙәрендә, мамонттар көтөүе йәшәй. Берҙән-бер көн, һыу аша сығып барған ерҙә, кескәй генә мамонт балаһы һыу төбөндәге ләмгә эләгеп, бата башлай. Йәнтәслимгә сығырға тырмашып сәбәләнгән һайын, төпкә нығыраҡ китә. Шулай айҡалаша торғас, ләм мамонт балаһының томшоғона инеп тула һәм ул тонсоғоп һәләк була. Бәләкәй кәүҙәне ләм үҙ әсирлегенә алып, тулыһынса “йотоп” ҡуя... Бер аҙҙан Боҙлоҡ дәүере башланғас, мамонт балаһының кәүҙәһе убылып ҡалған ер ҙә мәңгелек боҙ менән ҡаплана.

...Һәм бына Ерҙә инде 2007 йыл. Ямал тундраһындағы Юрибей йылғаһы ярынан болан көтөүсеһе Юрий Худи менән улдары үтеп бара. Көтмәгәндә улар сәйер табышҡа юлыға – боҙ ҡамауында ниндәйҙер хайуандың кәүҙәһен күреп ҡала. Уның ябай ғына табыш түгеллеген аңлаған Юрий был хаҡта район үҙәгенә хәбәр итер өсөн юлға сыға – барып еткәнсе ул ике көн ваҡытын сарыф итә. Бер нисә көндән Салехардтан – Ямал-Ненец автономиялы округының үҙәгенән – фәнни экспедиция вәкилдәре килеп төшә. Мамонт балаһының кәүҙәһен Салехардҡа күсерәләр.

Ошо мәлдән фән өсөн үтә лә әһәмиәтле табышҡа юлыҡҡан Юрийҙың ҡатыны хөрмәтенә Люба тип аталған мамонт балаһының яңы тарихы башлана. Уның хаҡында ишеткәс тә, планетаның төрлө мөйөшөнән Рәсәйҙең Ямал-Ненец автономиялы округына ғалимдар ағыла. Мамонт балаһының кәүҙәһе бөтөн килеш һаҡланған, уның эске ағзалары ла урынында, хатта ҡарынында әсә һөтөнә тиклем туңып ҡалған. Быны заманса алымдар ярҙамында һәр төрлө тикшереү үткәргәндә асыҡлайҙар. Кес кенә шәлкем йөнө лә бар. Радиоуглерод анализы һөҙөмтәһендә мамонт балаһының ҡасан йәшәгәне лә билдәләнә – 42 мең йыл әүәле.

Любаның кәүҙәһе Салехардтағы И.С. Шемановский исемендәге музей-күргәҙмә комплексында һаҡлана. Ваҡыт-ваҡыты менән уны “сәйәхәт”кә алып сығалар – шулай итеп, Люба Башҡортостанға, уның баш ҡалаһы Өфөгә лә килеп етте. Уны Милли музей күргәҙмәһендә күрергә була.

Бындай мөмкинлекте беҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ҡулдан ысҡындырманыҡ, әлбиттә. Фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов күргәҙмәне фотоһүрәттәрҙә һынландырырға тырышты (һүрәттәрҙә).

Люба менән бергә экспозицияла Арктиканы күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән башҡа коллекциялар ҙа ҡуйылған. Төнъяҡ халыҡтарының мәҙәниәтенә, тормош-көнкүрешенә күҙ һалырға булышҡан өлгөләр ҙә бихисап.

Любаның тиҫтәләрсә мең йылға һуҙылған йоҡоһонан “уяныуы” борон-борон заманда йәшәгән йөнтәҫ мамонттарҙың, ул осор кешеләре тормошоноң серҙәрен асырға ярҙам итә. Уникаль күргәҙмәне килеп күрергә, балаларға күрһәтергә өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар. Экспозиция Милли музейҙа 13 декабргә ҡәҙәр тора.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Люба инде 42 мең йылдан ашыу йоҡлай
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: