Бөтә яңылыҡтар

"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк

“Ҡыш ҡосағында” тип аталған мода күрһәтеү сараһы  Рәсәй – Башҡортостан форумының иң сағыу ваҡиғаларының береһенә әүереләсәк. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан дизайнерҙары милли һәм заманса стилдә башҡарылған балалар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейем коллекцияларын тәҡдим итә. Яҡындағы сит илдәрҙән Айҙархан Калиев, Айжан Бекҡолова, Руслан Молдабаев һәм Ҡарлығаш Ҡосбаева кеүек ижадсылар ҡатнаша.

"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк

Ҡарлығаш Ҡосбаева форумда ҡатнашыусыларға неофольклор стилендәге «Дала» коллекцияһын тәҡдим итә. Унда ҡаҙаҡ далаларының тәбиғәте, йәнлектәр донъяһы һәм үҙенсәлекле матурлығы сағыла.

– Рәсәй-Башҡортостан форумында ҡатнашыу – ул Рәсәйҙәге коллегаларым менән тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек, – ти дизайнер. – Бындай саралар профессионалдарҙы берләштерә, яңы бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә һәм, иң мөһиме, дизайн өлкәһендәге үҫешкә илһамландыра. Һис шикһеҙ, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың уртаҡ мәҙәни ҡиммәттәре һәм йолалары күп. Беҙ оҡшаш ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, телде, тарихи хәтерҙе һәм сәнғәткә һөйөүҙе уртаҡлашабыҙ. Был мәҙәни берҙәмлек беҙгә бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңларға һәм халыҡтарыбыҙ араһында тәрән, йылы мөнәсәбәттәр булдырырға ярҙам итә. Мине кешеләрҙең тәбиғәте һәм энергияһы, уларҙың тормошсан тарихы һәм мәҙәни мираҫы илһамландыра. Ошо тойғо мин уйлап сығарған кейемдәрҙә сағылыш таба. Һәр биҙәктә беҙҙең мәҙәниәттәрҙең матурлығын сағылдырырға ынтылдым.

Рәсәй исеменән Сочиҙан – Роман Пестов һәм Мәскәүҙән Алина Воронова кеүек модельерҙар сығыш яһай. Республикабыҙ исеменән “Ағиҙел” Башҡортостан художество кәсептәре” предприятиеһының, “Салауат” һәм “Сәрби” ательеларының, “Миңзифа” брендының кейем өлгөләрен күрһәтеү ҡаралған.

Белешмә:

“Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумы ике илдең иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында егерме йыл дауамында даими үткәрелеп килә. 26-27 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә. Ике көн дауамында ике илдең төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм сәнәғәт кооперацияһы мөмкинлектәрен киңәйтеү темаһына фекер алышыуҙар уҙа. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы бай мәҙәни программа көтә. Юбилей форумы йомғаҡтары буйынса илдең төбәк-ара һәм сик буйы хеҙмәттәшлеге программаһына ҡул ҡуйыласаҡ, ул 12 тармаҡтағы 140-ҡа яҡын сараны үҙ эсенә ала.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
"Рәсәй – Ҡаҙағстан” форумында халыҡ-ара мода күрһәтеләсәк
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: