Һуңғы осор ауылдарҙа төрлө тармаҡта йәш белгестәрҙең күренә башлауы һөйөнөслө. Көйөргәҙегә эш сәфәребеҙ мәлендә Бахмут ауылы мәктәбендә физика-математика фәндәренән уҡытыусы йәш белгес Илиза Фәйзуллина менән таныштыҡ.
Ул Бахмут мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт авиация-техник университетында “Осоу аппараттары етештереү технологияһы” факультетында һөнәр ала. Тыуған мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлашҡанға тиклем ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы ла булып эшләй, юғары уҡыу йортонда ла хеҙмәт итә. Ләкин үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлөн ул тап мәктәптә таба. Өлгөр ҡыҙ Мәскәү һөнәри компетенциялар академияһында физика һәм математика уҡытыусыһы һөнәренә ҡабаттан уҡыу үтә.
Быйыл икенсе йыл ғына мәктәптә эшләһә лә уға башҡа яуаплы вазифалар ҙа йөкмәтелгән. Ул директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе. Мәктәптә “Тәүгеләр хәрәкәтен” дә бик йәнле итеп алып бара. Бындағы балалар ирекмәнлек эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Ҡышын ололарға ҡар таҙартып та ҡарт кешеләр тураһында хәстәрлек күрәләр.
–Бәләкәй сағымда, үҫкәс мәктәп директоры булам тип әйтә торғайным. Шуға ла уҡытыусы эше күңелемә яҡындыр, – тине Илиза.
Мәктәп әллә күпме көстө, ваҡытты алһа ла, тырыш ҡыҙ Өфөнөң фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалында студенттарға физика, математиканан белем бирергә лә өлгөрә.
–Бөтәһе лә уҡытыусы була алмай. Һәр бала үҙенсә, һәр ҡайһыһының күңеленә юл таба белергә кәрәк. Уҡытыусының иң беренсе кешелекле булыуы мөһим, – тигән фекерен белдерҙе Илиза Фәйзуллина.
Яратҡан эше менән шөғөлләнеүселәр бәхетле. Илизаға ҡарап та ошо һүҙҙәрҙе әйтеп була. Һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылған ҡыҙ быйыл Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетына магистратураға уҡырға ингән.
Киләсәктә Илизаның үҙенең фәне буйынса көслө уҡытыусы булып китеренә, юғары исемдәр алырына шигебеҙ юҡ.
Автор фотоһы.
Көйөргәҙе районы.