Бөтә яңылыҡтар

Интернетта йырсы булып танылыуым үҙем дә көтмәгәндә килеп сыҡты...

Интернетта моңло тауышы менән күптәрҙең күңелен яулаған Йәнбикә Хәсәнова ни өсөн сәхнәгә сыҡҡыһы килмәй? Ул беҙгә тормошо, ғаиләһе тураһында һөйләне һәм өр-яңы йыры менән уртаҡлашты. 

Интернетта йырсы булып танылыуым үҙем дә көтмәгәндә килеп сыҡты...
Интернетта йырсы булып танылыуым үҙем дә көтмәгәндә килеп сыҡты...

Интернетта моңло тауышы менән күптәрҙең күңелен яулаған Йәнбикә Хәсәнова кем ул? Ҡайһы төбәк һылыуҡайы? Ҡасандан йырлай? Ни өсөн сәхнәгә сыҡмай? Ошо һорауҙар менән Йәнбикәнең үҙенә мөрәжәғәт иттек.

Йәнбикә Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында биш балалы матур, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәһе Әнисә менән атаһы Рәшит Хәсәновтар – ауылдың хөрмәтле кешеләре. “Атайым бөтә ғүмере буйы водитель булып эшләне, әсәйем күп ваҡытын беҙҙе – бер улын, дүрт ҡыҙын бағыуға, матур тәрбиә биреүгә арнаны. Ҡәҙерлеләрем әле лә гөрләтеп донъя көтә, улар янында булыуҙан күңелемә иҫ киткес ҙур рәхәтлек алам”, - ти Йәнбикә.

Әле йырсы ҡыҙ ғаиләһе менән Тобольск ҡалаһында йәшәй. Улы Рөстәм 26 йәштә, ул да матур йырлай, гитарала уйнай.

- Интернетта йырсы булып танылыуым үҙем дә көтмәгәндә килеп сыҡты. Бер сығышымды иптәш ҡыҙым ватсап аша бер чатҡа һалған ине, шунан таралды ла китте. Социаль селтәрҙә йырҙарымды тыңлап, матур баһа биреүҙәре нисектер дәртләндереп ебәрҙе. Әммә мин кешенән баһа алыр өсөн йырламайым, үҙем өсөн, күңелемә йырлау оҡшағаны өсөн башҡарам. Ғөмүмән, үҙемде белә-белгәндән йырлайым, әммә бер ваҡытта ла сәхнәгә сығырға теләгем булманы, ул тормош әле лә ҡыҙыҡтырмай. Интернет йырсыһы булыу оҡшай. Бында үҙемдең фекерҙәштәрем, дуҫтарым бар, улар менән онлайн алымда караоке форматында хор, дуэттар яҙҙырабыҙ, тормошта бер ваҡытта күрешмәһәк тә, виртуаль донъяла ихлас аралашабыҙ, - ти Йәнбикә.

Бынан ике йыл элек ул, йылдан-йыл олоғая барған ата-әсәһе янында йышыраҡ булыу өсөн, Хәйбулла районындағы “Башмедь” предприятиеһына вахта ысулы менән эшкә урынлашҡан. Хәҙер Тобольскиҙан тыуған төйәгенә вахтаға килеп, бер ыңғай ата-әсәһе янында булып ҡайта. Ә быға тиклем “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтендә эшләгән.

Йыр-моңға һәләте ғаиләһенән килә: атаһы ла, әсәһе лә матур йырлай, атаһы гармунда оҫта уйнай. Шуға ла Йәнбикә бала саҡтан уларҙан ишетеп үҫкән ретро йырҙарҙы ла үҙ итә.

“Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, донъялар тыныс түгел. Ошондай ваҡытта “Йырыңды тыңлап, аҙ ғына булһа ла ауыр уйҙарҙан арындым”, “Күңелгә рәхәт булып ҡалды” тип рәхмәт әйтеп яҙылған хат-хәбәрҙәрҙе уҡыһам, үҙем дә ҡыуанам. Тимәк, йырҙарым менән кемдендер тормошон аҙ ғына булһа ла йәмләй алам”, - ти Йәнбикә.

Эйе, йырла әйҙә, Йәнбикә! Моң-шишмәң урғылып аҡһын да аҡһын!

Фото һәм видео: Йәнбикә Хәсәнованың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: