Бөтә яңылыҡтар

Кем һин, ҡайҙа һин, Зөлфиә?

28 ноябрҙә Өфөлә “Дәрүиш Рухы+” рок-концерты уҙа. Ошо ваҡиға алдынан “Башҡортостан” гәзите “Дәрүишхан” төркөмөнөң билдәле йырының клибында төшкән “Зөлфиә”не эҙләп тапты.

Кем һин, ҡайҙа һин, Зөлфиә?
Кем һин, ҡайҙа һин, Зөлфиә?

“Эх, Зөлфиә!” йырына клип яҡынса утыҙ йыл элек – 1996 йылдың июнендә төшөрөлә. Ауылға эшкә ҡайтҡан шәфҡәт туташы роленә БДУ-ның икенсе курс студенты Айгөл Ишемғужина һайлап алына.

– Сессия мәле ине. Имтиханға әҙерләнеп арығас, тышта йөрөп килергә булдым. “Нефтяник” мәҙәниәт һарайы тапҡырына етһәм, унда балалар өсөн “Аҡбуҙат” тигән башҡорт фильмының премьераһы үтә икән. Шәп кино булды ул. Шунда эргәмдә ултырған ағай: “Мин “Сәләм” программаһы режиссеры Азамат Шәмсетдинов булам. Бер клипҡа героиня кәрәк. Һеҙ тура киләһегеҙ”, – тине, – тип хәтерләй Айгөл Рамаҙан ҡыҙы.

Шаян йырҙың клибы Шишмә районының Аҡманай күле эргәһендә һәм Өфөлә төшөрөлгән.

– Көтөүсе егет Зөлфиәгә өйләнергә хыяллана. Ул көтөү көткәндә Зөлфиә, йәнәһе, ҡырҙа аш-һыу әҙерләй, һөт ҡойоп эсерә. Ошо күренеште әллә нисә тапҡыр төшөрҙөләр. Һөттө ауылдан алып килделәр, мин ҡойоп бирәм, Дим эсә, әммә режиссерға оҡшамай. Шулай итеп, көршәк бушаны. Азамат ағай ҡаҙҙар йөҙөп йөрөгән күлдән һыу килтерҙе. Дим Мәннән: “Шуны эсмәйем инде!” — тип киреләнһә лә, ай-вайына ҡуймай, тәки эсереп, төшөрөп тә ҡуйҙылар. Төркөмдөң егеттәре: “Күл һыуы тәмлеме?” — тип уға онотҡансы төрттөрҙө, — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Зөлфиә ролен башҡарыусы.

Студент килеш кенә клипта уйнаған ап-аҡ йөҙлө мөләйем ҡыҙ бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева булараҡ билдәле. Ул Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында эшләй, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижади берекмәһенә етәкселек итә. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.

— Ошо ике-өс көн эсендә “Дәрүишхан” төркөмө солисы Дим Мәннәндең дини лә, фәлсәфәүи лә, үҙенсәлекле лә фекерҙәре хайран итте. Артабан мин уның үҫешен һәр ваҡыт күҙәтеп барҙым, уның өсөн ҡыуана торғайным. Шуныһы үкенес: йырының иң моңло ерендә генә тауышы тынып ҡалғандай, ғүмере лә тулы көскә ижад итә торған мәлендә генә өҙөлдө. Халыҡ уны онотмай. Өфөлә уҙасаҡ “Дәрүиш Рухы+” концертында, һис шикһеҙ, һәр кем Дим Мәннәнде иҫкә алыр, — ти шағирә.

Концерт тураһында тулыраҡ уҡығыҙ.


Фото һәм видео: Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.

Кем һин, ҡайҙа һин, Зөлфиә?
Кем һин, ҡайҙа һин, Зөлфиә?
Кем һин, ҡайҙа һин, Зөлфиә?
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: