Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Ноябрь 2024, 18:30

Уҡыусылар "Тирә-яғыбыҙҙағы мәҙәниәт" онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша

Ул “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында Учи.ру белем биреү майҙансығында тормошҡа ашырыла. Ярыштың төп маҡсаты рус мәҙәниәтенә – телгә, әҙәбиәткә, тарихҡа һәм сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, уға хәҙерге тормош күҙлегенән ҡарау.

Уҡыусылар "Тирә-яғыбыҙҙағы мәҙәниәт" онлайн-олимпиадаһында ҡатнашаУҡыусылар "Тирә-яғыбыҙҙағы мәҙәниәт" онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша
Уҡыусылар "Тирә-яғыбыҙҙағы мәҙәниәт" онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша

5 ноябрҙә башланған олимпиада 2 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Унда 1 – 11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ойоштороусылар фекеренсә, был сара быйылғы уҡый йылында иң әһәмиәтлеләрҙең береһе буласаҡ.

“Тирә-яғыбыҙҙағы мәҙәниәт” сараһы “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында Учи.ру белем биреү майҙансығында тормошҡа ашырыла. Ярыштың төп маҡсаты рус мәҙәниәтенә – телгә, әҙәбиәткә, тарихҡа һәм сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, уға хәҙерге тормош күҙлеге аша ҡарау.

Интерактив күнекмәләр уҡыусыларға белемдәрен һынап ҡарарға ғына түгел, ә уларҙы, шулай уҡ дөйөм эрудицияны арттырырға, образлы һәм системалы фекерләүҙе киңәйтергә ярҙам итә. Ҡатнашыусылар мәҙәниәт менән тарих араһындағы бәйләнештәрҙе лә табырға өйрәнә.

“Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһының генераль директоры София Малявина әйтеүенсә, был юлы олимпиада төрлө мәктәп предметтарын һәм белем йүнәлештәрен үҙ эсенә ала – рус теле, әҙәбиәте, сәнғәте буйынса һорауҙар бар. Уның һүҙҙәренсә, балалар үҙҙәрен һынап ҡарауҙан тыш, белем офоҡтарын киңәйтеү, шулай уҡ "Мәҙәниәт" милли проекты саралары менән таныша аласаҡ.

Әйткәндәй, олимпиаданы үтер өсөн ниндәйҙер махсус белем талап ителмәй. Ул һигеҙ заданиенан тора һәм уҡыусыға уларҙы үтәү ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн, төрлө темаларҙы үҙ эсенә ала. Мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡалыпҡа һалынмаған ҡараш логиканы һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә.

Олимпиадала ҡатнашыу бушлай. Ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә йәки Учи.ру-ның логины һәм пароле менән инергә кәрәк. Күнегеүҙәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Һөҙөмтәгә ҡарап, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сертификат, грамота йәки диплом менән бүләкләнә, ә уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырыла.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас