Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнсө!

Был көндө Йөйәк ауылы халҡы түҙемһеҙлек менән көттө...

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта яҡшы яңылыҡ еткерҙе – райондың Йөйәк ауылында 150 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы.

– Урындағы клуб бинаһы күптән авария хәлендә тип танылған, шуға ла саралар ауыл мәктәбе бинаһында үткәрелә. Клубты ремонтлау планы күптән булһа ла, яңы бина проекты әҙер ине. Йөйәк ауылында йәшәгән, үҙенең ижад музейы менән билдәле Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова был төҙөлөштө тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә ярҙам итте. Инвестиция һабантуйҙарының береһендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте, – тип белдерҙе Андрей Иванович.

Клубтың яңы бинаһында Гөлсирә Ислам ҡыҙы биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнәсәк һәм йәштәрҙе ҡул эштәренә өйрәтәсәк. Инйәр ауылынан Балалар сәнғәт мәктәбенән уҡытыусылар килеп, Йөйәк халҡын ҡурайҙа уйнарға, бейеү серҙәренә өйрәтәсәк. Бында ауылдың барлыҡ мөһим саралар үтәсәк, сөнки клуб ауылдың “йәне” тип һанала.

Подрядсы Өфөнән, "15 БНЗС төҙөлөш фирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер эштәре башҡарған һәм хәҙер нигеҙ һала. Төҙөлөш тамамланыу ваҡыты – 2025 йылдың июле һәм был көндө ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтәсәк.

Фото сығанағы: https://t.me/ivaniutaandrei/13661

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: