Бөтә яңылыҡтар

Сәйет Билалов мәктәптә ҡаҙаҡса уҡыған

Әммә унда башҡортса йырлаған. Бөгөн уның тыуған көнө. Беҙ йырсыны ҡотлайбыҙ!

Сәйет Билалов мәктәптә ҡаҙаҡса уҡыған
Сәйет Билалов мәктәптә ҡаҙаҡса уҡыған

Сәйет Билалов 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Ул бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. “Өйҙәренең тупһаһына ултырып йә берәй йыр көйләй, йә ҡурай уйнай торғайны. Йырҙары ябай ҙа, моңло ла, йөрәккә ятышлы, күңелгә үтеп инә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ”, - ти яҡташтары.

Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул - моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә.

Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була.

Билаловтар үҙҙәре кеүек матур балалар тәрбиәләй. Быйыл күп балалы ғаилә тағы бер кешегә артты: улдары тыуҙы! Әйткәндәй, кәләше Зилиә менән Сәйет бер районда тыуып үҫеп, Әбеш урта мәктәбендә уҡыған.

Белеүебеҙсә, был йәкшәмбелә Әсә көнө билдәләнә. "Башҡортостан" гәзитенә биргән бер интервьюһында Сәйет Билалов әсәһе хаҡында ла йылы, рәхмәтле хис-тойғолары менән уртаҡлашҡайны. Һеҙҙең иғтибарға шул мәҡәләнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. 

"Әсәйем Нәтижә Рамаҙан ҡыҙы республикабыҙҙың матур төбәктәренең береһендә – Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән. Ул туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнә. Ҡыҙҙар араһында иң олоһо булғас, бала саҡтан ата-әсәһенә ярҙамсы була, бар эштең дә нескәлеген төшөнә. Биҙәүсе-маляр һөнәрен алып, уның буйынса байтаҡ йылдар Ҡаҙағстан яҡтарында эшләп, йәшәргә тура килде. Беҙ мәктәптә ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә уҡыныҡ, үҙ-ара ла шулай һөйләштек. Әсәйем тыуған яҡтарын һағынған саҡта миңә гел генә башҡортса йырҙар йырлай торғайны. Шуларҙың береһен, “Томоролоп зәңгәр яулыҡ болғап поезд саба” тигәнен, ятлап алып, мәктәптә башҡортса йырлап ишеттерҙем. Әсәйебеҙ – тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы шәхес ул. Беҙҙе, өс баланы, яңғыҙ аяҡҡа баҫтырҙы, матур тәрбиә бирҙе, һөнәр алырға ярҙам итте", - ти Сәйет. 

Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Фото: Сәйет Билаловтың "Бәйләнештә"ге төркөмөнән. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: