Яңыртылған учреждение 2024 йылдың сентябрендә асылған.
1957 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реконструкцияланған, шул иҫәптән ҡорамалдар, мебель һәм яңы китаптар һатып алынған. Был маҡсатҡа бөтәһе 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Радий Хәбиров балалар һәм өлкәндәр өсөн уҡыу залдарын, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мәғлүмәт ярҙамы үҙәген, компьютер залын, шәхси эш өсөн зонаны, китапхана кафеһын, коворкинг һәм “Коллайдер” конференциялар залын ҡараны, шулай уҡ почетлы ҡунаҡтар китабында яҙыу ҡалдырҙы.
– Яңы китапхана күп функциялы һәм заманса килеп сыҡҡан. Иң мөһиме – бында балалар электрон гаджеттарҙа ултырмай, ә ҡағыҙ китаптар уҡый, – тине Радий Хәбиров.
2020 йылдан алып республикала Балаҡатай, Белорет, Благовар, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Салауатта яңы форматтағы 19 китапхана эшләй. Уларҙың өсәүһе 2024 йылдың көҙөндә асылды.
2024 йылда Башҡортостанда бөтәһе 90-ға яҡын китапхана ремонтланған һәм яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 2021 йылдан федераль, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан килгән аҡсаға республиканың 1400-ҙән ашыу китапханаһына яңы әҙәбиәт килә.
Фото: glavarb.ru