Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Ноябрь 2024, 06:00

"Яҙып ултырам, илап ултырам..."

Яңы ғына Өфөлә үткән концерты ваҡытында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелгән Гөлназ Асаеваны кем илатҡан? 

"Яҙып ултырам, илап ултырам...""Яҙып ултырам, илап ултырам..."
"Яҙып ултырам, илап ултырам..."

Гөлназ Асаеваға Өфөлә үткән концерты ваҡытында “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Был ваҡиғаға ҡарата ул үҙе бына ниндәй фекерҙәрен белдерҙе.

“Дуҫтар, бөгөн – минең ижади тормошомда иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Миңә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән исем бирҙеләр!  

Нимәләр кисерәм? Тыуған еремдең ҙур хәстәрен һәм ышанысын тоям. Мин – 15 йәшемдән БР буйлап үҙемдең концерттарым менән гастролдә йөрөгән кеше. Бөтә республиканы урап сыҡтым, шул тиклем ҙур иғтибар-хәстәр һәм бер үк ваҡытта ҙур яуаплылыҡ тоям. Һүҙҙәр таба алмайым...

Бөйөк атай-әсәйемә миңә ышанғандары, ярҙамдары өсөн рәхмәт, һеҙһеҙ Асаева тигән артист булмаҫ та ине, бәлки. Һөйөклө иремә ныҡлы тыл, хәүефһеҙлек өсөн, командама, директорым Вадим Фәрхулла улына, йырҙарымдың авторҙарына, педагогым Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙына, министр Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙына, Мөхйәнов Илнур Илдар улына, Ләйсән Флорит ҡыҙына рәхмәт! Иң ҙур рәхмәтем – тамашасыларыма!

Һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа үҫкән бәләкәй Гөлназығыҙ – хәҙер БР-ҙың атҡаҙанған артисы!

Һеҙ ышанаһығыҙмы? Мин юҡ...

Яҙып ултырам, илап ултырам...” – тип ихлас шатлығы, рәхмәт хистәре менән уртаҡлашты Гөлназ Асаева.

Фото: Гөлназ Асаеваның рәсми төркөмөнән (vk.com/gulnaz_asaeva)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас