Ғәзиздәрҙән-ғәзиз, гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәйҙәр тураһындағы йырҙар араһында иң киң таралғандарының береһе – “Әсәйемә” йыры. Йырҙың тарихын белмәгән күптәр уны башҡорт йәки татар йыры тип һанай. Ә ысынбарлыҡта йырҙы ҡаҙаҡтар ижад иткән. Ысын исеме – “Ана туралы жыр”, йәғни “Әсә тураһында йыр”. Һүҙҙәрен Ғәфү Ҡайырбәков, музыкаһын Шәмси Ҡалдаяҡов ижад иткән.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында яҙылған йыр бик тиҙ арала Советтар Союзында, айырыуса төрки халыҡтар араһында тарала. Ул хатта рус теленә лә тәржемә ителгән.
Композитор Шәмси Ҡалдаяҡов тимерсе ғаиләһендә тыуып үҫә, әммә ул музыка ла, шиғырҙар ҙа яҙған. Ҡалдаяҡов тракторсы, зоотехник булып эшләй, унан һуң Ташкент музыка училищеһына уҡырға инә. Үкенескә ҡаршы, популяр авторҙы иҫән сағында композиторҙар союзына ҡабул итмәйҙәр. Әсәһе вафат булғандан һуң ул ошо йырҙың көйөн ижад итә, әммә һүҙҙәрен яҙа алмай, шуға күрә шағирҙарға өндәшә. Уға ошондай уҡ ҡайғы кисергән шағир Ғәфү Ҡайырбәковкә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәләр. Билдәле йыр бына ошолай тыуа ла инде. Әле ул әсәйҙәргә рәхмәт, дан йыры булып яңғыраһа ла, ысынында ике кешенең ғәзиз әсәһен юғалтыу ҡайғыһынан тыуған әҫәр.
Төрки халыҡтарҙан иң тәүгеләрҙән булып “Әсәйемә” йырының татарсаға тәржемә ителгән вариантын Татарстан йырсыһы Флүрә Сөләймәнова башҡара.
Был йыр беҙҙең халыҡта ла киң танылған. Башҡорт телендә иң билдәле башҡарыусы Хәсән Усмановтыр, моғайын. Шулай уҡ ул Радмир Туйсиндың да репертуарында урын алған.
Ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр төшөргән был матур йөкмәткеле клипта билдәле йырҙы Ҡайрат Нуртас, Төреғәле Төреәли, Сәкен Майғазиев башҡара. Унда шулай уҡ баҙарҙа, метрола эшләүселәр, осраҡлы кешеләр, пассажирҙар төшкән.
Был моңло, матур йыр бөгөн – Әсә көнөндә барлыҡ әсәйҙәргә бүләк булып яңғыраһын!
Сығанаҡ: m.realnoevremya.ru һәм dzen.ru
Фото: видеонан скриншот.
Видео: Кайрат Нуртас.