Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2024, 14:00

Бында балалар 5-6 йәштән гармунда һыҙҙыра

Бөгөн Рәсәйҙә Гармунсылар көнө билдәләнә.

Бында балалар 5-6 йәштән гармунда һыҙҙыраБында балалар 5-6 йәштән гармунда һыҙҙыра
Бында балалар 5-6 йәштән гармунда һыҙҙыра

“Сихри моң” гармунсылар клубы

Ҡариҙел районына командировкабыҙҙың матур тойғолар ҡалдырған осрашыуҙарҙың береһе район үҙәгендә күп функциялы ауыл клубында эшләп килгән “Сихри моң” гармунсылар клубы ағзалары менән осрашыу булды. Уларҙы Гармунсылар көнөнә арналған репетиция мәлендә тап иттек. Ансамбль етәксеһе Финғәт Хаматов, Фәнзәл Ҡотдосов, Таһир Мөниров, Әлфис Сәхәбетдиновтың гармунға бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын да тыңланыҡ, уларҙың дәртле сығыштарынан илһам алдыҡ.

Шулай уҡ был ансамблдең әүҙем ҡатнашыусылары Мөғәниф Абраров, Данис Зиятдиновтың маҡтанырлыҡ уңыштары бар. Яңауылда үткәрелгән Ф.Ихсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун сараһында улар былтыр Гран-при яулаған. Ошондай уҡ юғары наградаға  Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәткәре Нәғим Бабичев иҫтәлегенә уҙғарылған гармун байрамында ла лайыҡ булғандар. Быйыл Златоустҡа барып һабантуй байрамын гөрләтеп ҡайтҡандар. Башҡа абруйлы конкурстарҙа ла юғары һөҙөмтәләре бар.

Ансамбль етәксеһе Финғәт Хаматов менән һөйләшеп киттек. Гармунға ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан. Ике туған ағаһының гармуны була, ләкин уйнарға ҡыҙыҡһыныуы ғына булмай. Шуға күрә уның гармунын Финғәт ағайға һатып алалар. Икенсе класта уҡығанда ул был музыка ҡоралында уйнай башлай, ә 6-7 класта баян тартырға ла өйрәнә. Мәктәп, унан һуң Стәрлетамаҡтағы культура ағартыу училищеһы, армия...

Тормош  йыр-моңһоҙ тора алмағанлығын аңлата, һөнәр алыу маҡсатында һуңынан Силәбелә Мәҙәниәт институтын да тамамлай. Бар ғүмерен  мәҙәниәткә арнай ул.

–Гармунда уйнамай торһаң, күңелгә нимәлер етмәгән һымаҡ,– ти әңгәмәсем.

Үҙе генә белеп ҡалмай, йәш быуында ла ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Балаларға гармун менән баян айырмаһы, башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттерҙе еткерә. Клубта “Сөмбөл” халыҡ вокал ансамбленә лә етәкселек итә.

200-ләп көй авторы ул

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнзәл Ҡотдосов та Ҡариҙел районының оҫта гармунсыларның береһе. Әсәһе һөйләүе буйынса, бик бәләкәй саҡтан уның ҡыҙыҡһыныуы. “Эх, гармуным булһа“ тип бармаҡтарын гармун телдәре буйлап йөрөткән һымаҡ итеп уйнағанын күреп, тәүҙә уйынсыҡ гармун алып биргәндәр. Дүрт йәштәрҙә шунда үҙенсә көйҙәр сығарған. Ул гармун баҡсала ямғырға эләгеп боҙолғас, малай ҡайғыға төшә. Шуға әсәһе почта аша ысын гармун яҙҙыртып улын һөйөндөрә.

Мәктәпкә барған сағында көйҙәр сығара белә ул. Һәләтен нығытыу маҡсатында музыкаль мәктәпкә бара. Артабан Стәрлетамаҡ культура ағартыу училищеһында һөнәр ала. Бөтә ғүмерен мәҙәниәтте үҫтереүгә арнай. Үҙе лә 200-ләп көй ижад итә. Ҡариҙел гимнының авторы ла Фәнзәл Ҡотдосов.  Йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев кеүек билдәле йырсылар башҡара. Шулай ҙа төп башҡарыусы үҙенең тормош иптәше Зилә.

Ғөмүмән, Ҡотдосовтар - ижади ғаилә. Был ғаиләлә ике ул үҫә, кесеһе сәнғәт училищеһын тамамлай, тормош иптәше менән улар профессионал артистар. Сәнғәткә, гармунға һөйөү  быуындан-быуынға күсеүе үҙе матур күренеш. Фәнзәл Ҡотдосов музыкаль мәктәптә дәрестәр алып бара, шулай уҡ Мәҙәниәт йортонда ла эшләргә өлгөрә.

Дуҫына барып гармунда өйрәнә

  Сираттағы әңгәмәсем, Ҡариҙелдең шәп гармунсыһы Таһир Мөниров Асҡын районында тыуып-үҫһә лә, күптән был төбәкте үҙ иткән, 1984 йылдан ул Ҡариҙелдә. Ошонда өйләнә, балалар үҫтерә.

–Гармунға һөйөү бала саҡтан килә. Үҙемдең гармуным юҡ ине. Дуҫ малайҙыҡы бар. Бер сәғәткә генә миңә биреп тора ине. Аҙаҡ атайым да миңә гармун алып бирҙе. 10 йәштә мине Яңауыл мәктәп-интернатына бирҙеләр. Унда иһә бөтәһе лә гармунсы, тиһәк тә хата булмаҫ. Бик матур итеп уйнай торғайнылар. Мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштым. Концерттарға ла күп йөрөнөм, – тип бала саҡ йылдарынан башланып китте һөйләшеүебеҙ.

Күңелендә сәнғәткә ғашиҡ булһа ла, башҡа тармаҡта хеҙмәт итәргә тура килә уға. Шулай ҙа гармуны ғүмер буйы ла ҡулынан төшмәй.

–Гармун уйнауҙан күңелем ләззәт ала. Тормош иптәшем дә мәҙәниәт кешеһе. Ул - хореограф. Ике бала үҫтерҙек. Улар ҙа бейеүҙе үҙ итте, уларҙың балалары ла бейергә ярата, – тип һөйләне Таһир Әғзәм улы.

Хаҡлы ялға сығыр алдынан тыуған яҡты өйрәнеүселәр музейы етәксеһе булып китә. Тарихты яратыуы уға был бурысын да яратып башҡарырға булышлыҡ итә.

Ҡартатаһының гармунын тартып гармунсы булып китә

 Әлфис Сәхәбетдиновтың да гармунға ҡыҙыҡһыныуының үҙ тарихы бар.

–Миңә ул саҡта 4-5 йәштәр булғандыр. Ҡартатайымдың ишек алдына сығып гармунда уйнап ултырғаны әле лә күҙ алдында. Ул өйҙә булмағанда үҙем дә тартҡылай торғайным. Гармунды боҙоп, ватып ҡуйырһың, тип өләсәйем алып ҡуя ине.

Мәктәптә гармун-баяндар булыуы миңә был музыка ҡоралында  өйрәнергә ныҡлы юл асты.  Дәрестәр бөткәс, балалар таралышып бөтә, ә мин гармун уйнап мәктәптә ҡалам. Гармунға алданып күпме ултырғанымды ла һиҙмәй торғайным. Шунан 2-се класта уҡығанда үҙемә лә гармун алдылар. Шунан башлап мин дәрестәр бөткәс тә өйгә атлыҡтым. Шул йәштә мин клубта ҡыҙҙар бейетә инем. Беҙ үҫкәндә гармунсылар күп булды. Бер-ике егет кенә был ҡоралды уйнамай ине, – тип үткәндәрҙе хәтерләне.

Мәктәптән һуң Салауат ҡалаһына юллана. Иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыға.

Шунда ла хорға, вокалға йөрөргә өлгөрә. Көндөҙ эштә, кисен үҙешмәкәр түңәрәгенә ашҡына. Себер тарафтарында ла 26 йыл вахта менән эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күңеле тартҡан шөғөлөн ансамблдә таба.

–Клубҡа килһәк, ҡайтҡы ла килмәй. Гармундан айырылып булмай, – ти ул йылмайып.

Бына шулай, үҙҙәрендә булған күңел ҡеүәтен, рухи көстө башҡаларға  өләшеп  йәшәй Ҡариҙел гармунсылары. Улар сәхнәгә сыҡһа, бар тирә-яҡҡа күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтерлек моң тарала.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас