Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсылары бер-бер артлы яңы миҙгелдәрен асты. Һәр йырсы үҙ тамашасыһын яңы образдар, яңы йырҙар һәм иҫ китерлек сәхнә кейемдәре менән хайран итергә тырыша.
Ришат Төхвәтуллин да яңы образда сығыш яһаған: йырсы сәсен бөҙрәләткән. Шулай уҡ Ҡазанда үткән бер концертында гармунда үҙе уйнап залға төшкән һәм әсәһенә бик күркәм сәскә гөлләмәһе бүләк иткән. Әсәһен сәхнәгә алып менеп, унан йыр йырлауын һораған.
Белеүегеҙсә, Ришат Төхвәтуллиндың әсәһе Розалия ханым - йырсының күп йырҙарының авторы ла. Ул тамашасыларға "Мәтрүшкәләр" йырын бүләк иткән.
Ә һеҙгә Ришат Төхвәтуллиндың яңы образы оҡшаймы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"