Әлеге көндәрҙә ZAINETDIN этно-шоу проектының Башҡортостан райондары буйлап гастроле уҙа. Әбйәлил районындағы концерт мәлендә проект етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов залдағы алты йәшлек малайға елле бүләк яһаны.
– Рәмил Мөхәмәтшин беҙҙең проекттың ижадын бик ярата, концерттарыбыҙға иң йыш йөрөгән тамашасыларҙың береһе. Үҙе Белорет ҡалаһында йәшәй, әммә беҙҙе күрергә тип Өфөгә лә, Магнитогорскиға ла барып етә, – тине Заһир Зәйнетдинов.
Билдәле артист бәләкәй тамашасыһына тағы бер бүләк эшләне – бергә сығыш яһар өсөн сәхнәгә саҡырҙы. Был сығыштарҙың өҙөгөн видеола ҡарағыҙ.
– Заһир Зәйнетдиновты улыбыҙ ике йәше тулыр-тулмаҫтан ҡабатлай башланы. Уның хәрәкәттәрен видео аша өйрәнә, хатта яратҡан артисыныҡы һымаҡ костюмдар тектертеп алды. Өйҙә һәр кис беҙгә концерт күрһәтә, – ти малайҙың әсәһе Эльвира Зөлфәр ҡыҙы.
Рәмил ҡумыҙҙа уйнарға оҫтарып алған, хәҙер ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнә. Әйткәндәй, ҡурайҙы ла уға яратҡан артисы бүләк иткән.
Үҙенең ижады менән йәш быуынды илһөйәр һәм телһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән артисыбыҙ Заһир Зәйнетдиновҡа гастролдәренең уңышлы үтеүен теләйбеҙ. Ә Рәмилдән шәп видеолар һәм сағыу сығыштар көтөп ҡалабыҙ!
Фото һәм видео: Эльвира Мөхәмәтшина.