Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2024, 15:00

Айфон отҡоң киләме? Рок концертына бар!

 28 ноябрь буласаҡ концертҡа инеү бушлай. Әйткәндәй, унда Элвин Грей ҡатнаша.Ҡайҙа барырға? Уҡыйбыҙ:

Айфон отҡоң киләме? Рок концертына бар!Айфон отҡоң киләме? Рок концертына бар!
Айфон отҡоң киләме? Рок концертына бар!

28 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында саф башҡортса “Дәрүиш Рухы+” рок концерты уҙа. Дәртле йырҙар тыңлауҙан тыш, унда иҫтәлекле бүләктәр оторға була. Ә төп приз – iPhone 16! Әйткәндәй, концертҡа инеү бушлай. Отошта ҡатнашыр өсөн алдан саҡырыу билетын алырға онотмағыҙ. Уларҙы ике урында тараталар:

  1. Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәниәт һарайында (Өфө ҡалаһы, Һөнәрселәр урамы, 17) иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем;
  2. Көрәш һарайында (Муса Гәрәев урамы, 5) концерт була торған көндә.

Концерттың төп ҡунаҡтары – “Дәрүишхан” һәм “Рух” төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) һәм Ҡаҙағстандың “Улытау” этно-рок төркөмө.

Башҡорт рок музыкаһына арналған тәүге ҙур концертты күрмәй ҡалмағыҙ!

Киске сәғәт 6-ла башлана.

Йәш сикләүе – 12+.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас