26 – 27 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһында Рәсәй халыҡтары телдәренән рус теленә тәржемәселәрҙең VI форумы үтте.
Унда Башҡортостандан да вәкилдәр ҡатнашты. Форумда Башҡорт әҙәбиәтенең хәҙерге осоро, проза һәм поэзияны рус теленә тәржемә итеү үҙенсәлектәре хаҡында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев, рус теленә башҡорт яҙыусыларын тәржемәләү тажрибәһе тураһында Өфө сауҙа-иҡтисади коледжы тәрбиәсеһе Гөлназ Әҙәһемова сығыш яһаны. Башҡорт һүҙ сәнәғәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың бик күп һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Фото сығанағы: Зәки Әлибаев.