Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ноябрь 2024, 20:00

Кем һин, Венер Камалов?

...Тулҡынға ташланған кеүек ташланаһың да батмаҫ өсөн барыбер ҡайһылыр яҡ ярға йөҙөп сығаһың бит. Сумырға ҡурҡһаң, ҡарап тик тораһың инде, тигәйне билдәле актер бер интервьюһында.   

Кем һин, Венер Камалов?
Кем һин, Венер Камалов?

Венер Камалов... Хәтерегеҙҙәме, башҡорт эстрадаһының төрлө йүнәлештәр алып, үҙенең ысынбарлығын эҙләгән мәлендә ишетелә башлағайны был исем? “Йондоҙом”, “Бул һин янымда”, “Серле йондоҙҙар”, “Төшкә керә Стамбул” йырҙары ул заман йәштәренең яратҡан йырҙары ине.

Венер Камалов театр һөйөүселәр өсөн дә бик яҡын. Буш ҡына сәхнәгә яҡтылыҡ, ҡот өрөп килеп сығыусан актер, тиҙәр уның хаҡында. Театр репертуарында туғыҙ тиҫтәгә яҡын төрлө пландағы ролдәре бар. Был ролдәр ҙә йыш ҡына тамашасының яратып ҡарағандарына әүерелә. Туфан Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” музыкаль комедияһында нескә һәм лирик Шүрәле, Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәрендә – етди Шаман, “Ал яулыҡлы тирәккәйем” драмаһында – яуаплы етәксе Урмат әке, Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһында – Үтәғол, Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”ендә – Юламан ҡарт, Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа...” музыкаль комедияһында Фәндәс роле ана шундайҙарҙан.

Беҙҙең гәзиткә биргән интервьюһында актер, эстрадала ла, театрҙа ла нисек өлгөрәһегеҙ, тигән һорауға: "Үҙ-үҙеңә талапсан булһаң, ваҡытыңды дөрөҫ бүлһәң, бөтәһенә лә өлгөрәһең ул. Бер ҙә буш торған булманы. Театрҙа иркенерәк ваҡыт килеп сыҡһа, студияға йыр яҙҙырырға, авторҙар – композитор йә шағир менән осрашыуға йүгерәһең. Иң мөһиме, бер ниҙән дә ҡурҡып тормаҫҡа кәрәк. Тулҡынға ташланған кеүек ташланаһың да батмаҫ өсөн барыбер ҡайһылыр яҡ ярға йөҙөп сығаһың бит. Сумырға ҡурҡһаң, ҡарап тик тораһың инде", – тигәйне.

Ошондай бәхетле сәхнә тормошон кисереүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов декабрь башында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ижад кисәһен үткәрергә йыйына. “Кем һин?” тип аталған программаһында йырҙар ғына түгел, спектаклдәрҙән өҙөктәр ҙә күрһәтелә. Бынан тыш, ижадташ дуҫтарының да сығыш яһауы көтөлә, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

Фото: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге.

Кем һин, Венер Камалов?
Кем һин, Венер Камалов?
Кем һин, Венер Камалов?
Автор: Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас