Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноябрь 2024, 10:00

Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”

Нимә ул башҡорт рок-музыкаһы? Ни өсөн ул оҙаҡ ваҡыт һүрелеп торҙо ла тап хәҙер яңы көс менән урғылып килеп сыҡты? Уның киләсәге ниндәй? Өфөләге өр-яңы Көрәш һарайында үткән “Дәрүиш Рухы+” концертына килгән меңәрләгән тамашасы ошо һорауҙарға яуап тапты.

Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”

Уҙған быуаттың 80 – 90 йылдарында барлыҡҡа килгән һәм, күп юғалтыуҙарға, һынауҙарға ҡарамаҫтан, әле лә ижад юлын дауам иткән “Дәрүишхан”, “Рух”, “Ҡышҡы йәйғор” кеүек тәүге башҡорт рок төркөмдәре бер нисә быуын тамашасыларын бәйләп тора. Уларҙың ижады бер ҡасан да моданан сыҡмай, төрлө заман вәкилдәренә йәшәргә ынтылыш бирә, рух өҫтәй. Интернеттағы видеоларҙан күреүебеҙсә, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре лә уларҙың йырҙарын башҡарып рухлана, һағыныуын баҫа.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев үҙенең сығышында башҡорт рок-музыкаһының әлеге көндәге әһәмиәтен билдәләне.

– Был күңел асыу сараһы ғына түгел, был – рух көсөнөң, башҡорт рогының көсөнөң, берҙәмлек көсөнөң ҙур матур ваҡиғаһы. Рок – ул йәшәүгә һәм азатлыҡҡа ынтылыш, ә башҡорт рогы, был тойғоларҙан тыш, шулай уҡ тыуған илгә һөйөү менән дә һуғарылған, –  тине ул.

Концерт барышында башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм артистарға маҡтаулы исемдәр бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, “Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемдәр үҙҙәре үлгәндән һуң өс мәрхүм артисҡа – "Рух" төркөмөнөң ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеровҡа, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы Ирек Атановҡа һәм "Дәрүишхан" төркөмөнөң элекке солисы Дим Ҡоләхмәтовҡа (Дим Мәннән) бирелде. Дәүләт наградалары мәрхүм артистарҙың яҡындарына тапшырылды.

"Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге артисы, "Дәрүишхан" төркөмөнә нигеҙ һалыусы Альберт Ғәббәсовҡа бирелде.

"Рух" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаров менән Хәйбулла районы Маҡан ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаров –  "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", "Дәрүишхан" төркөмөнөң хәҙерге солисы Ринат Зарипов "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.

– Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында – ХХ быуат башында башҡорт рок-музыкаһы феноменаль үҫеш кисерҙе, күп төркөмдәр барлыҡҡа килде, әммә һуңғы йылдарҙа ул һүнеңкерәп торҙо. Ошондай концерттар йышыраҡ уҙғарылһа, йәш рок-төркөмдәргә йүнәлеш күрһәтеп, уларҙы дәртләндереп торһаҡ, башҡорт рогы йәшәр, – тине “Башҡортостан” гәзитенә Ринат Зарипов. – Бөгөн беҙ “Рух” төркөмөнөң “Оран” йырын башҡарабыҙ. Унда “Һай, башҡорт егеттәре, онотмағыҙ ҡурай моңон! Һай, башҡорт ҡыҙҙары, көтөгөҙ егеттәрҙе!” тигән һүҙҙәр бар. Был йырҙы махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәребеҙгә бағышлайбыҙ. Төркөмөбөҙ яугирҙәр менән һәр саҡ бәйләнеш тота. Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән саҡтарында ла барып күрештек, ике тапҡыр Херсон һәм Донецк өлкәләренә барып ҡайттыҡ. Осрашыуҙарҙа һәр саҡ бергә башҡортса рок йырҙарын башҡарабыҙ. Бындай саралар егеттәргә бик оҡшай, рөхсәт булһа, тағы ла яндарына барырға әҙербеҙ.

Билдәлелек яулаған “Бишбармак” оркестры, “Бүреләр” һәм “Ҡараташ” рок-төркөмдәренән тыш, башҡорт рогына яңы һулыш индерерҙәй “Нектория”, “проект 102” (Өфө), “Дәрт” (Межгорье),  “Урал” (Белорет), “Елмерҙәк” (Белорет районы), “Бөркөт” (Хәйбулла районы) төркөмдәре Көрәш һарайын шаулатып ебәрҙе. Иң йылы алҡыштар “Бөркөт”тәргә яңғыраны, сөнки 12 – 13 йәштәрҙәге үҫмерҙәр күңелдәргә илһөйәрлек рухын еткереп кенә ҡалманы, ә башҡорт рогының киләсәгенә ышанысты нығытты.

Концерттың төп ҡунаҡтары булараҡ “Дәрүишхан” (Өфө), “Рух” (Хәйбулла районы), “Ҡышҡы йәйғор” (Ейәнсура районы) рок-төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артистары Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) менән Заһир Иҫәнсурин, йәш башҡарыусы Ирдан һәм Ҡаҙағстандың “Улытау” этно-рок төркөмө саҡырылды.

– Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар – төрки халыҡтар, шуға күрә беҙҙең сығыштар башҡорт рогын һөйөүселәр күңеленә лә хуш килгәндер, тип ышанабыҙ. Был концертта ҡаҙаҡ халҡының яугирлек рухын сағылдырған “Жумыр-Ҡылыш”, “Ҡара журға”, “Ҡороғлы” композицияларын һәм Вивальдиҙың “Йыл миҙгелдәре” циклынан “Ҡыш” әҫәрен этник эшкәртеүҙә башҡарырға булдыҡ. Беҙҙең төркөмдөң үҙенсәлеге шунда – коллективта йырсы юҡ, фекеребеҙҙе музыка аша етекерергә ынтылабыҙ. Был эштә беҙгә ике ҡыллы думбыра, бас-гитара, скрипка, һуҡма һәм клавишалы уйын ҡоралдары ярҙам итә, – тине төркөмдөң бас-гитарасыһы Серикхан Сансызбаев.

Арабыҙҙан бик иртә киткән йырсы Дим Мәннәндең улы Йософтоң "Дәрүишхан" төркөмө менән бергә йырлауы концерттың иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр.

Бынан 30 йылдар элек Хәйбулла районының төпкөл ауылдарында барлыҡҡа килгән башҡорт рок-музыкаһы бөгөн яңы көс менән Өфөнө шаулатты. Бындай тәүге ҙур концерт Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Әйткәндәй, Радий Фәрит улы үҙе лә концертты башынан аҙағынаса ҡараны һәм социаль селтәрҙәге битләүенә видео төшөрөп һалды. “Шуныһы мөһим: фестивалдә тәжрибәле туҡһанынсылар менән бергә йәш музыканттар ҙа сығыш яһай. Тап ошондай саралар уларға көс бирә, ҡанат ҡуя ла инде. Тимәк, рок башҡорт сәхнәһендә киләсәктә лә яңғыраясаҡ әле”, тип яҙҙы республика Башлығы.

“Дәрүиш Рухы+” рок-концерты йыл да уҙғарыласаҡ, тигән шатлыҡлы хәбәр ҙә яңғыраны сәхнәнән.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Радий Хәбиров: “Рок башҡорт сәхнәһендә яңғыраясаҡ әле”
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас