Бөтә яңылыҡтар

Фидан Ғафаровҡа нимә булған?

"Атлауының рәте юҡ, ҡолап китмәһен, тип ҡурҡтым..." Ә артист үҙе: "Яратҡан тамашасымды асыуландырайым әле әҙерәк", - тип белдерҙе... 

Фидан Ғафаровҡа нимә булған?
Фидан Ғафаровҡа нимә булған?

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров октябрь айында 77 йәше тулыу уңайынан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында гөрләтеп бенефисын үткәргәйне. Ярайһы уҡ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә, яңы ролдәре менән ҡыуандыра.

Быйылғы миҙгелдә ул Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин...” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән премьерала яңы роль тәҡдим итте. Ошо спектаклде ҡараған танышым: “Фидан Ғафаров әллә сирләй инде. Атлауының рәте юҡ, ҡолап китмәһен тип, ҡурҡып ҡарап ултырҙым”, - тине яңыраҡ.

Ошо аҙнала был премьераны шәхсән барып ҡарарға яҙҙы. Әлбиттә, яратҡан актерыбыҙ – Фидан Ғафаров та уйнаны. Эйе, олоғая беҙ яратҡан артистар быуыны. Әммә, әйткәндәй булмаһын, Фидан Сафа улы яңы премьерала ла матур итеп уйнаны ла, улы Азамат менән бергәләп йырланы ла.

Театр легендаһы 77 йәшлек бенефисында бик көр кәйефтә булып, былай тип белдергәйне: “Үҙемдең яратҡан тамашасымды асыуландырайым әле әҙерәк: әле 77, ә үҙемде 55-тә итеп тоям. Тағы нисә йыл эшләр икән был, тип уйлаһындар әле, тием. Хәҙер инде 77-не тапап үткәс, 88-енә лә барып етәһе килә бит әле. Ошондай халыҡ менән, ошондай тамашасылар менән, әҙәбиәтте һөйгән, сәнғәтте яратҡан кешеләр менән һәм ошондай коллектив менән 88-гә тиклем уйнамайынса булмай!”.

Шулай булғас, сәхнә менән хушлашырға йыйынмай әле артист. Һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ театр легендаһына! 

Фото: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры архивынан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: