Бөтә яңылыҡтар

Ирек Ноғоманов – халыҡ артисы

Ирек Ноғоманов та, Ян Лира ла ысын моңдо баһалаған, зауыҡҡа эйә тыңлаусы араһында күптән ихтирамға һәм яратып тыңлауға лайыҡ. Ирек Ноғоманов өсөн ҡыуанып, Яндың халыҡ артисы булып танылыры алдалыр, тип ышанайыҡ. 

Ирек Ноғоманов – халыҡ артисы
Ирек Ноғоманов – халыҡ артисы

"ЮлдашХит" фестивалендә йыл да "Юлдаш"тың халыҡ артисы" номинацияһында еңеүсе билдәләнә, уны  социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү аша тамашасылар һайлай. Быйыл номинацияла ике төп дәғүәсе популяр йырсылар Ирек Ноғоманов менән Ян Лира ине.

Тауыш биреү ай буйына барып, "ЮлдашХит"тың икенсе көнөндә, 29 ноябрҙә, тамашасылар һайлаған "халыҡ артисы" билдәле булды. Халыҡ тарафынан танылыуҙы белдергән был исемгә, Ян Лираны бер аҙ ғына артта ҡалдырып, Ирек Ноғоманов лайыҡ булды. Тамашаны алып барған "Теге өсәү" әйтмешләй, "Юлдаш"тың йыр-моң байрамында был номинацияла еңеүгә өлгәшкән артистарға, ғәҙәттә, артабан хөкүмәт кимәлендә лә иғтибар итәләр һәм улар рәсми рәүештә маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусан. 

Ирек Ноғоманов та, Ян Лира ла ысын моңдо баһалаған киң ҡатлам тыңлаусы араһында күптән ихтирамға һәм яратып тыңлауға лайыҡ. Был юлы уңыш йырсыларҙың тәүгеһенә йылмайҙы. Ирек Ноғоманов өсөн ҡыуанып, Яндың "Юлдаш" тыңлаусылары тарафынан баһаланып, халыҡ артисы булып танылыры алдалыр, тип ышанайыҡ. 

Р.Ғатауллина.

Фото: "Юлдаш".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: