Инде 20 йылға яҡын республикала башҡорт эстрадаһының көҙгөһө булып торорҙай “ЮлдашХит” музыка фестивале ойошторола. Быйыл да ике көн буйы барған күркәм тамаша "Башҡортостан" дәүләт концерт залын йыр-моң аша дер һелкетте.
“Юлдаш” радиоһы коллективы бар күңелен һалып ойошторған йыр-моң байрамында, һәр ваҡыттағыса, йыл дауамында эшләгән башҡарыусылар, композитор, шағир, аранжировкалаусы, музыканттар билдәләнде. Бынан тыш, әлбиттә, “Легенда” номинацияһында республика йыр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өлкән быуын йырсылары бүләкләнде, быйыл был титулға Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы Тәнзилә Үҙәнбаева һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асия Смакова лайыҡ булды.
“Йыл асышы” номинацияһында ла “Юлдаш” эстрадаға балҡып килеп инерҙәй яңы исемдәрҙе асып тора. Быйыл еңеү йәш өмөтлө талант Рөстәм Янгировҡа яҙҙы.
2024-тә “Юлдаш” яңы номинация индереп, мәҙәниәт үҫешенә ярҙам итеүселәрҙе лә билдәләне. “Йыл меценаты” тип “юлдаш”тар радионың тоғро дуҫы, "Галактика" күңел асыу үҙәге директоры Рафаэль Мифтаховты таныны.
Тыңлаусылар йыл буйы барған хит-парадта еңеүселәрҙе лә һайланы.
Ғөмүмән, “Юлдаш”тар ойошторған йыр-моң байрамы, һәр саҡтағыса, сағыу, моңға һөйөү йөрөткән тамашасыларҙың күңел ҡылдарына сиртерлек йөкмәткеле, күркәм сара булды. Уны башлап сәхнәгә юл асыусылар менән бергә күптән халыҡ араһында танылыу алған сәхнә оҫталары ла биҙәне. Тамашаны радио тыңлаусыларҙың күңелен яулап алған “Теге өсәү” үҙҙәренә хас булғанса еңел һәм күңелле итеп алып барҙы.
Был кистә “Юлдаш”тарҙың үҙҙәре менән бергә тамашасылар ҙа: “Һау бул, “ЮлдашХит-2024”, һаумы, юбилейлы “ЮлдашХит-2025”!” – тип һаубуллашты. Халыҡ яратҡан радиоһы менән бергә ҡала һәм артабан да йыр-моң тулҡындарын гиҙеүҙе дауам итә.
Рәүилә Ғатауллина.
Фото: “Юлдаш”тан.