2022 йылдан Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында бренд мәҙәни саралар уҙғаралар. 2024 йылда ошондай 63 ваҡиға булған. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр. Уны 2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.
- Мәҙәниәт өлкәһендә бренд булдырыу процедураһында тәүге аҙым муниципалитеттарҙың аныҡ күренеш, ваҡиға, һәйкәл, “көс урыны” менән бәйле уникаль сараларҙы эҙләүе булды, - тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова. - Сараларҙың һәр береһе - ул, тәү сиратта, республикала йәшәгән халыҡтарҙың теге йәки был традицияларын һаҡлау буйынса маҡсатлы эш.
2024 йылдың төп ваҡиғаһы – Салауат районында халыҡ геройы һәм шағир Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған “Салауат йыйыны” республика фольклор фестивале. Күләмле тамаша 700-гә яҡын ҡатнашыусыны һәм 10 меңдән ашыу ҡунаҡты йыйҙы. Был сара ваҡиғалы туризм өлкәһендәге Russian Event Awards Халыҡ-ара премияның округ этабында беренсе урын алды. Стәрлетамаҡта үткән “Купец 2.0” һәм Баймаҡ районында ойошторолған “Башҡорт аты” фестивалдәре лә әһәмиәтле мәҙәни ваҡиғалар иҫәбендә. Унда Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәге һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡа билдәле ваҡиғалар араһында - Нефтекамала “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале һәм Туймазыла “Оҙон көй” башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы.
Традицион саралар менән бер рәттән быйыл яңы бренд ваҡиғалары - Ҡариҙел районында “Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни кодтары” фестивале һәм Көйөргәҙе районында “Халҡым биҙәге” таҫтамалдарҙың асыҡ фестивале барлыҡҡа килде.
Башҡортостан Башлығы республика райондарында иҡтисадты үҫтереү өсөн ошондай саралар уҙғарыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Һәр муниципалитеттың үҙенсәлеге, бренд ваҡиғаһы булырға тейеш. Йырлау һәм бейеү бик яҡшы, әммә ул - шулай уҡ иҡтисад, туристар, халыҡ художество кәсептәре. Бындай сараларҙы бик сағыу үткәргән муниципалитеттар бар. Ә икенселәренә был йәһәттән башҡараһы эштәр байтаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.