Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2024, 13:15

Әрменән ҡайтышлай туп-тура академияға барған

Күптән түгел 23 йәшлек егет йәнә конкурста еңеү яуланы.

Әрменән ҡайтышлай туп-тура академияға барғанӘрменән ҡайтышлай туп-тура академияға барған
Әрменән ҡайтышлай туп-тура академияға барған

Һәр оҙон көй – хазина. Уны ҡабатланмаҫлыҡ итеп, үҙ моңоң менән башҡарыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәй. Һәр оҙон көйҙөң үҙенә генә хас хис-тойғо йөкмәткеһе була. Уны тамашасы күңеленә еткереү өсөн моң биҙәктәре генә түгел, күңел байлығы ла кәрәк. Шуныһы һөйөнөслө: йәштәр араһында ла башҡорт халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарыусылар бар. Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Азамат Ғөбәйҙуллин – тап шундайҙарҙың береһе. Уның үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тауышы тамашасыларҙа сикһеҙ һоҡланыу уята.

Ул – Баймаҡ ҡалаһы егете. Рәйсә Ғәлимуллина исемендәге Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсының I дәрәжә, “Иҙел” конкурсының “Халыҡ йыры” номинацияһында I дәрәжә, Тәнзилә Үҙәнбаева исемендәге йырсылар бәйгеһенең I дәрәжә, “Ирәндек моңдары” конкурсының II дәрәжә лауреаты.

Күптән түгел 23 йәшлек егет XIV “Иҙел” конкурсында еңеү яуланы. Уға киләсәктә лә яңы уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Һәр йыр-моң эйәһенең ижадҡа килеү сәбәбе бар. Азамат, сәнғәт донъяһына һөйөү бала саҡтан инеме?
– Эйе, ысынлап та, шулай. Бәләкәй саҡтан мине йыр-моң донъяһына “беркетеп ҡуйҙылармы ни”. Баймаҡ ҡалаһындағы “Күбәләк” балалар баҡсаһына йөрөгән мәлдән ошо сихри йыр-моң донъяһына барып эләктем, тиһәм, һис хата булмаҫ, моғайын. Быға сәбәпсе кеше лә бар. Ул – тәрбиәсебеҙ Миңлегөл Миңнулла ҡыҙы Мерәҫова. Тап уның беҙҙе, бәләкәс ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы, илаһи сәнғәт, мәҙәниәт донъяһына йәлеп итеүе һөҙөмтәһендә йыр-моңға ғашиҡбыҙ.

Тағы Баймаҡ ҡалаһындағы Халыҡ ижады үҙәгенән фольклор буйынса белгес Рәйлә Әкрәм ҡыҙы Бикбирҙинаға сикһеҙ ҙур рәхмәт! Ул да миндә йыр-моңға һөйөү уятты, ҡурайҙа, думбырала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Ә Баймаҡ ҡалаһындағы музыкаль мәктәп уҡытыусыһы Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙы Юлбахтина йыр башҡарыу оҫталығымды шымартты.

Ә былай, яҡындарым әйтеүенсә, дүрт йәшкә тиклем бейеү менән дә мауыҡҡанмын. Шөкөр, әле һаман йыр-моңға булған һөйөү һүрелмәй, киреһенсә, артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә, баҙыҡланғандан-баҙыҡлана бара ғына.

- Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәң ине...
– Ғаиләбеҙҙә өс бала үҫтек. Мин өсөнсө булып донъяға килгәнмен. Әсәйебеҙ Роза Хәлфетдин ҡыҙы һәм атайыбыҙ Миҙәхәт Ирғәле улы һәр беребеҙгә бәләкәйҙән мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе.

Әсәйем – Баймаҡ ҡалаһындағы поликлиникаһында табип. Атайым – хаҡлы ялда. Эльза һәм Альбина исемле апайҙарымдың үҙ ғаиләләре бар инде. Береһе – Темәстә, икенсеһе Мәскәүҙә йәшәй.

Ҡунаҡ-байрам булһынмы, атайым ҡулына баян ала ине. Ул уйнағанда, өйөбөҙ моң донъяһына мансыла. Әле лә, элекке кеүек, ҡәҙерле кешемдең музыкаль инструментта уйнауын көтөп алабыҙ.

– Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуыңды хәтерләйһеңме?
– Иң беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгән сығыуым һәм төп аҙымым “Сулпылар” конкурсында ҡатнашыу булды. Был бәйгегә балалар баҡсаһында мине Миңлегөл Миңнулла ҡыҙы әҙерләгәйне. Ул саҡта миңә биш йәш ине. Ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшә алмаһам да, ошо аҙым тормошомда ҙур эҙ ҡалдырҙы.

Тағы төрлө табын-мәжлестәрҙә лә баян уйнаған атайым менән бергә йырлай торғайным. Шулай бәләкәй саҡтан, йырҙың мәғәнәһен аңлап бөтмәһәм дә, бергә ҡушыла инем. Ошо мәл бөгөнгөләй хәтеремдә, күҙ алдымда кеүек.

– Ҡайҙа белем алдың, Азамат?
– Тыуған Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙа IX класҡа тиклем белем алғас, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн Өфөләге сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Ул ваҡытта миңә 15 йәш ине. Шуға ҡарамаҫтан, киләсәгемә ышаныс белдереп, үҙ класына алған Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаеваға сикһеҙ рәхмәт белдерәм. Тап бында килгәс, музыкаль йәһәттән белемде ныҡлап камиллаштырыу кәрәклеген аңланым һәм ныҡлап уҡырға тырыштым.

Артабан бер йыл әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтышлай, вокзалдан тура Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһына юлландым. Ике аҙна буйы имтиханды уңышлы тапшырып, вокал бүлегенә уҡырға ингәнемде белгәс кенгә мине һағыным көткән туғандарыма ҡайттым.

Әле – ошо юғары уҡыу йортоноң III курс студентымын. Йыр буйынса белемемде камиллаштырыуҙы дауам итәм. Вокал буйынса педагогым – профессор, йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова. Уның класына килеп эләгеүемде яҙмыш бүләге кеүек ҡабул иттем. Уҡыусыһы өсөн алтынға бәрәбәр ваҡыты менән иҫәпләшмәүе, йырға һөйөү уятыуы, маҡсатҡа илткән юлдан алымай-талмай эшләргә өйрәтеүе, үҙ тәғәйенләнешеңә ышаныс уятыуы – үҙе ҙур мәртәбә.

– Профессиональ йырсыға клаасик йырҙарҙы, операларҙы ла башҡарырға өйрәтәләрҙер...
– Үҙемә йырҙарҙың төрлөһө оҡшай. Улар араһында шаян, дәртле йырҙары ла бар, характерлыһы ла оҡшай. Әлбиттә, нигеҙҙә, лирика, романстар күңелемә яҡын. Тап улар йырсы күңелендәге барлыҡ хис-тойғоларҙы сағылдыра ала. Ғөмүмән, йыр һайлағанда уның һүҙҙәренең мәғәнәһенә, йөкмәткеһенә, моңона ныҡ иғтибар итәм. Шуғалыр ҙа башҡортомдоң халыҡ йырҙары, опера, классик һәм элекке рэтро йырҙар күплекте тәшкил итә.

Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыңлаусы йырҙарҙың һүҙҙәренә иғтибар итеп бармай. Уның өсөн беренсе планда – оранжировкаңдың стилле, заманса булһын. Ошо – беренсе урында, шунан һуң ғына текст менән йөкмәтке.

Шулай итеп, репертуарымда – төрлө-төрлө йырҙар, замансаларын да башҡарырға тырышам. Шулай ҙа башлыса опера, классик, тағы халыҡ йырҙарын да башҡарам. “Сибай”, “Ҡаһым түрә” тигән йырҙары күңелемә яҡын, тағы “Буранбай”, “Эскадрон” йырҙарын ныҡлап өйрәнеү ниәтем бар. Төрлө яҡтан да үҫешергә кәрәк икәнлеген аңлайым.

Барлыҡ халыҡ йырҙарын тамашасылар күңеленә алып барып еткереү өсөн башҡарыу техникаһы, оҫталығы ғына талап итмәй, уларҙы бар күңелеңде һалып йырлау кәрәк. Ә был иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһының да ҡулынан килмәй.

– Артист өсөн физик йәһәттән камиллашыу, сәләмәтлекте нығытыу күнекмәләр эшләү мөһимме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һау саҡта физик сәләмәтлек тураһында уйланмайбыҙ шул. Дауаханаға килеп эләккәс кенә һаулыҡ тураһында ныҡлап хәстәрлек күрә башлайбыҙ. Йәшерәк саҡта аҡса тупларға тырышабыҙ ҙа, аҙаҡ шуны хаталарыбыҙҙы төҙәтеүгә – сәләмәтлегебеҙҙе нығытыуға – сарыф итәбеҙ. Егет саҡта һәр саҡ һау һәм матур буласаҡбыҙ, тип уйлайбыҙ.

– Азамат, хәҙер йәш артистарға үҙен күрһәтеү, уларҙың ниндәйҙер маҡсаттарына өлгәшеүе өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыуы яҡшыраҡ?
– Үҙеңә, һайланған тормош һәм хеҙмәт юлыңа тоғро ҡалыу, намыҫлы булыу – бына ошо сифаттар мөһим. Музыкаль әҫәр ниндәй генә телдә булмаһын, уның һәр һүҙен тамашасылар аңлашырлыҡ итеп башҡарам. Һәм башҡалар кеүек йырламаясаҡмын да.

–  Киләсәккә ниндәй пландар?
 – Пландар ҙур, әммә әлегә аныҡлап ҡына әйтә алмайым. Тик ҡайҙа барһам да, йырсы булырмын, тигән ышаныс ҙур. Тормошҡа ашмаған пландарыv яңы йылда ашыр, тип ышанам.

Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һиңә!

Фотолар: Азамат Ғөбәйҙуллиндың шәхси архивынан.



Әрменән ҡайтышлай туп-тура академияға барған
Әрменән ҡайтышлай туп-тура академияға барған
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас