Дүртенсе балалары донъяға килер алдынан Әлфиә менән Айбулат Ҡунысбаевтар Башдрамтеатрҙың сираттағы премьераһын ҡарап ҡайта. Спектаклде бик оҡшаталар һәм тыуасаҡ ҡыҙҙарына уның исемен бирергә булалар.
– "Әсмә" спектаклендә уҡымышлы башҡорт ҡыҙының тормошо һүрәтләнә. Матур тәрбиәһе ярҙамында ул ҙур һынауҙарҙы еңеп сыға һәм бәхетен таба, – ти баланың атай-әсәйе.
Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты ике телдә эшләткәндәр. Русса вариантын "Эсма" тип яҙҙырғандар, баҫым беренсе ижеккә төшә.
– Ҡыҙыбыҙ, спектаклдең төп героиняһына оҡшап, наҙлы һәм иркә булып үҫеп килә. Әҫәрҙәге Әсмә кеүек иманлы ла булыр, тип ышанабыҙ, сөнки намаҙ мәлендә ул да, беҙгә эйәреп, сәждәгә китә, – ти сабыйҙың әсәһе.
Атаһы "Әсмәгөл" тип яратһа, әсәһе "Әсмәбикә" тип иркәләтә. Хәсән, Йософ исемле ағалары менән Әминә апайы үҙен ҡулдан төшөрмәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” повесының баш һүҙендә автор Ризаитдин Фәхретдин был әҫәрҙе бай тарихлы башҡорттар тураһында тип яҙа. Сценарий авторы – Шәүрә Шәкүрова, режиссёры – Зиннур Сөләймәнов. Премьера 2022 йылда уҙҙы.
Фото: Ҡунысбаевтарҙың ғаилә альбомынан һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры архивынан.