Өфөлә үткән концерттарының береһендә популяр йырсы Гүзәл Уразоваға фанаты, блогер Тайфун Ҡоролтаевич "Башҡортостандың халыҡ артисы" исемен биргән. Был хәл тураһында Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәрендә яҙған.
"Хәлде алды көлдөрөп. Ни булды тип торам. Тайфун Ҡоролтаевич сәхнәгә килеп менде лә, маҡтаулы исем биреп төшөп китте. "Халыҡ знает" версияһы буйынса Гүзәл Уразова - Башҡортостандың халыҡ артисы", - тине. Шаяртыу булһа ла, күңел булды", -тигән йырсы.
Маҡтаулы исемде юрый ғына бирһәләр ҙә, халыҡ ышанған. Йырсының был посы аҫтында бихисап ҡотлау һүҙҙәрен яҙғандар.
"Ҡотлайым, Гүзәл. Инде Рәсәйҙекен бирһәләр ҙә ярай һиңә. Яратам, хөрмәт итәм"
"Гүзәл, һин инде күптән халыҡтыҡы бит. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе"
"Кем дә кем, әммә беҙҙең Гүзәл Уразова был исемгә ысынлап та лайыҡ"
Киләсәктә ысынлап та ике республиканың популяр йырсыһына халыҡ исеме бирелер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"