Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Декабрь 2024, 06:30

“Айгөл” коллективына – 65!

Тамашасылар юбилей концертын көтөп алды

“Айгөл” коллективына – 65!“Айгөл” коллективына – 65!
“Айгөл” коллективына – 65!

29 ноябрҙә  Силәбелә “Мечел” мәҙәниәт һарайында легендар “Айгөл” башҡорт үҙешмәкәр халыҡ бейеү ансамбленең юбилей концерты үтте. Коллективҡа 1959 йылда башҡорт милли үҙешмәкәр театры булараҡ нигеҙ һалына. Ансамблде башҡорт мәҙәниәтенең танылған йондоҙо, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле шағир һәм композитор Рамазан Шәғәлиев ойоштора. Ул коллектив менән теүәл 40 йыл етәкселек итә. Һуңғараҡ театр йыр һәм бейеү ансамбленә әүерелә. 1975 йылда “Айгөл” ансамбле халыҡ художество коллективы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Ансамбль тамашасыларына башҡорт, татар милли постановкаларын, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының хореография композицияларын тәҡдим итә. Рамазан Шәғәлиев киткәндән һуң, коллектив менән талантлы хореографтар – Эльвира Вәлиева, Милена Мәхмүтова етәкселек итә. Хәҙер ансамблде бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Земфира Хәйрулина етәкләй.

Коллективты Башҡортостан Республикаһының Урал федераль округындағы вәкиле Әлфир Байымов, Ҡурай өлкә ҡоролтайы рәйесе Рәйес Ғабдуллин тәбрикләне һәм бүләктәр тапшырҙы.

Әлфир Зөлфәр улы һүҙҙәренсә, үҙенсәлекле ансамблдең эшмәкәрлеге төбәк-ара бәйләнештәрҙе, күп милләтле өлкәлә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға, балалар һәм йәштәр араһында таланттарҙы асыуға булышлыҡ итә.

“Коллективтың күп яҡлы эше Көньяҡ Уралда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә лә башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе пропагандалауға йүнәлтелгән”, – тине Әлфир Байымов.

Коцерт ваҡытында коллективтың һәр сығышы көслө алҡыштар менән оҙатылды. Ә сара ваҡытындағы аншлаг – Силәбе халҡының данлыҡлы үҙешмәкәр коллектив ижадына ҙур ҡыҙыҡһыныуын һәм һөйөүен раҫлаусы иң яҡшы дәлил.

Михаил ХӘБИРОВ

“Айгөл” коллективына – 65!
“Айгөл” коллективына – 65!
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас