

Халыҡ менән тура бәйләнеш барышында башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү тураһында һүҙ сыҡҡас, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Көрәш һарайында уҙған “Дәрүиш Рухы+” рок-концертына барыуы һәм унда яңғыраған “Өлгөрмәнем” йырын яратып тыңлауы тураһында ла һөйләне.
– Элек ишеткәнем юҡ ине, хәҙер машинала йөрөгән саҡта гел шуны тыңлайым. Был йырҙы башҡарған егеттәргә рәхмәт. Ул уйланырға мәжбүр итә, бик сифатлы йыр, – тине Радий Фәрит улы һәм беренсегә ойошторолған башҡортса рок-концерттың йыл да уҙасағын белдерҙе.
“Башҡортостан” гәзите “Рух” төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Асҡаровтан “Өлгөрмәнем” йырының тарихы һәм төркөмдөң киләсәккә уй-ниәттәре тураһында һорашты.
– Йырҙың тарихы уҙған быуаттың 90-сы йылдарына барып тоташа. Һүҙҙәрен бик талантлы мәрхүм шағирыбыҙ Буранбай Исҡужин яҙған. Үҙем рус ауылында тыуып үҫкәс, армиянан ҡайтҡас ҡына башҡортса һөйләшергә өйрәндем, ә башҡорт шиғриәте менән тап Буранбайҙың ижады аша таныша башланым. Ул көслө афоризмдар һәм ҡыҫҡа дүрт юллыҡтар менән бөтә тормошон әйтеп бирә алырлыҡ тура һүҙле шағир ине.
“Өлгөрмәнем” шиғырын һыҙланыуҙар аша яҙған. Элегерәк ауыл ир-егеттәре, циркулятор менән таҡта бысабыҙ тип, йыш йәрәхәтләнә торғайны, ә Буранбай уң ҡулһыҙ ҡалды. Үҙе моңло күңелле булды, гармунда уйнарға яратты. “Уйнарға ине гармунда”, “Сиртергә ине ҡылдарҙы” тип яҙыуында бөтөн булған һыҙланыуы, ҡулланылмай ҡалған мөмкинлектәр өсөн үкенеүе, элеккесә рәхәтләнеп гармун тарта алмағаны өсөн әрнеүе сағыла.
Көйөн Фәнил Әбделмәнов ижад итте. Ул ҡайнағам була, кәләшемдең бер туған ағаһы. Буранбай менән икеһе яҡын дуҫтар ине, уның эске кисерештәрен аңлағанға ла көйөн тура килтереп яҙа алғандыр. Тәүге осорҙа был йырҙы тормошомдағы күңелһеҙ ваҡиғаларға бәйләп, уны башҡарыуҙан баш тартҡаным да булды. Аҙаҡ йырҙың яҙмышҡа йоғонто яһамауын аңланым, был бәйләнеште бары тик үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Халыҡҡа ул электән оҡшай, үҙем дә бик яратып башҡарам, – тине Юлай Хәйрулла улы.
“Рух”тың етәксеһе фекеренсә, рок йүнәлешен хуплаған “Дәрүиш Рухы+” кеүек фестивалдәр милли мәҙәниәтте йәштәр араһында популярлаштырырға ярҙам итә.
– Хәйбулла районын “башҡорт рок-музыкаһы бишеге” тиҙәр. Көрәш һарайында сығыш яһаған иң оло төркөм беҙ булһаҡ, мәктәп уҡыусыларынан торған “Бөркөт” тигән иң йәш коллектив та Хәйбулланан ине, етәкселәре – Байрас Әминев. Егерме йыл самаһы элек үҙем дә үҫмерҙәрҙән “Аҡъяр” тигән төркөм туплап, улар менән шөғөлләндем. Егеттәр хәҙер үҫеп етте: барабансы Арсен Сәлихов менән гитарасы Тимур Күлбаев бөгөн “Рух” төркөмөндә эшләй, йырсы Радик Далхин Башҡортостандың халыҡ артисы исемен йөрөтә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә агитация төркөмөндә ҡатнаша, ә Вилдан улым Петрозаводск консерваторияһын тамамланы. Шулай уҡ Хәйбуллала ике йылға бер “Оло дала” рок-фестивален үткәреп торабыҙ.
Өфөләге “Дәрүиш Рухы+” концертының Башҡортостан Хөкүмәте кимәлендә уҙыуы айырыуса ҡыуаныслы. Йыл да уҙғарылып торһа, яңы төркөмдәр ынтылып ижад итә башлар, талантлы йәштәргә юл асылыр, – тине Юлай Асҡаров.
Ҙур рок-концерт “Рух”тарҙы интернет селтәрендәге музыкаль майҙандарға сығырға дәртләндергән, сөнки бик күп тыңлаусылар төркөмдөң башҡа төрлө йырҙарын һорап мөрәжәғәт итә башлаған. Яңы йылға тиклем барлыҡ йырҙарҙы заманса студияла яҙҙырырға йыйыналар. Ул саҡта “Рух”ты “Яндекс Музыка” платформаһында, “Алиса” колонкаһында тыңларға мөмкин буласаҡ.
– Репертуарыбыҙҙа тормоштан алынған йырҙар күп. Уларҙы ойоштороусыбыҙ Ғәзинур Биктимеров менән музыкантыбыҙ Ирек Атанов бергә ижад итте. “Бөгөн һинең тыуған көнөң”, “Һанамағыҙ киткән торналарҙы” йырҙарын Ирек менән шағир Ғилман Ишкинин минең күҙ алдында яҙып ултырҙы, улар “Өлгөрмәнем” йырынан кәм түгел. 1994 йылда – Ғәзинур, былтыр Ирек мәрхүм булғас, уларҙың ҡәберендә: “Һеҙҙең йырҙарҙы юғалтмаҫбыҙ, халыҡҡа ишеттерербеҙ”, – тип әйткән антым булды. Хәҙерге көндә ул антымды үтәп йөрөйөмдөр, тип уйлайым, – тип уйҙары менән уртаҡлашты Юлай Хәйрулла улы. – “Дәрүиш Рухы+” рок-концерты барышында Ғәзинур Биктимеров менән Ирек Атанов үлгәндән һуң “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика халҡы менән аралашыу барышында Радий Хәбиров 65 һорауға яуап бирҙе, тура эфир 4 сәғәт 13 минут барҙы. Башҡортостан Башлығына 9,5 мең мөрәжәғәт, шул иҫәптән 276 видеояҙма килгән. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, барлыҡ һорауҙар буйынса яуаптар әҙерләнәсәк, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Видео: Юлай Асҡаровтың "Бәйләнештә" селтәрендәге шәхси битләүенән.